Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
16 Ғинуар 2021, 15:25

Беҙгә трактор кәрәк

Торонтайыш ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе.

Тәбиғәттең хозур мөйөшөндә урынлашҡан Торонтайыш - райондың иң ҙур ауылдарының береһе. Элек-электән бында алсаҡ, эшһөйәр, тыуған төйәген яратҡан халыҡ йәшәй. Һуңғы ваҡытта ҡайһы берәүҙәр тормош ауыр тип зарланырға яратһа ла, ауылыбыҙҙа йәшәү шарттары ҡаланыҡынан һис кәм түгел. Һәр йортҡа газ ингән, һыу, канализация үткәрелгән, бөтәһендә лә тиерлек заманса көнкүреш приборҙары – телевизор, микроволновка, мультиварка бар, телефон, интернет үткәрелгән. Ауылыбыҙҙа урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, почта бүлексәһе эшләй. Һәр аҙна кесе йома баҙар була.

Ауылыбыҙ элек-электән үҙенең уңған игенселәре менән дан тотҡан. Бөгөн дә торонтайыштар ауылыбыҙҙы һүндермәҫ өсөн, ҡайһы бер ауылдарҙағы кеүек баҫыуҙарҙа сүп үләндәре үҫмәһен өсөн тырышып хеҙмәт һала, иген үҫтерәләр. Бер нисә фермер хужалығы эшләп килә. Тимәк, был торонтайыштарға һәм тирә-яҡ ауылдарға ла мал аҫрау, ҡош-ҡорт үҫтереү мөмкинлеге бирә. Ауыл ерендә был бик мөһим, шуға ла фермерҙарыбыҙға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Бер һүҙ менән әйткәндә, Торонтайыш ауылы халҡы күп яҡлап өлгө булып йәшәргә тырыша. “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнаштыҡ. Беҙгә ҡыш көнө урамдарыбыҙҙы ҡарҙан, йәй көнө сүп үләндәренән, сүп-сарҙан таҙартыу өсөн трактор кәрәк. Йыйылышып һөйләштек, кәңәшләштек тә, бер тауыштан урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып трактор һатып алырға, тигән ҡарар ҡабул иттек. Һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә ҡарар итте. Инициатива төркөмө төҙөлдө һәм эш башланып китте.

Торонтайыш ауылы халҡы исеменән Рима МОРТАЗИНА.

Читайте нас: