Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
30 Декабрь 2020, 18:00

Иң яҡшы уҡыусыларға Яңы йыл бүләктәре тапшырылды

Ошо көндәрҙә бөтә республика буйынса фән олимпиадаларында, спорт ярыштарында һәм башҡа конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән мәктәп уҡыусыларына тантаналы рәүештә республика Башлығы, район һәм ҡала башлыҡтары исеменән Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.

Һәләтле балалар өсөн район хакимиәте башлығының шыршы байрамы Раевка ауылының Совет майҙанында ла уҙҙы.

Социаль-мәҙәни үҙәктең ижади төркөмө әҙерләгән “Шыршы янындағы мажаралар” театрлаштырылған тамашаһына райондың белем биреү учреждениеларынан уҡыу алдынғылары, фән олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр саҡырылды. Төп сара асыҡ һауала, гирляндалар уты балҡыған Яңы йыл шыршыһы янында башланып китте. Балалар Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы, әкиәт геройҙарын һәм Яңы йыл символы – Үгеҙҙе күреп шатланды. Улар бейеү флешмобында, мауыҡтырғыс уйындарҙа бик теләп ҡатнашты һәм мөғжизәгә ышанды. Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин байрамға килгән балаларҙы ихлас ҡотлап, уларға киләсәктә лә уҡыуҙарында уңыштар һәм хыялдары тормошҡа ашыуын теләне. Артабан иң күңелле мәл башланды - быйыл коронавирус пандемияһына бәйле республиканың төп шыршыһына эләгә алмаған һигеҙ уҡыусыға Дамир Радик улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бүләктәрен тапшырҙы. Бәхетлеләр араһында Раевка гимназияһының 7-се синыф уҡыусыһы Данил Уразбаев һәм 5-се синыф уҡыусыһы һәм Эльвина Хәбибова, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 7-се синыф уҡыусыһы Эльмира Мырҙағолова һәм 6-сы синыф уҡыусыһы Зәлиә Хөсәйенова, Раевка 4-се урта мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Нелли Сафина, Раевка 2-се урта мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Анастасия Свиридова, Шафран мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы Анна Кутьенкова, Аксен мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Данил Фальковский ҙа бар.

Әкиәттәгеләй, мөғжизәләр ысынға ашты: байрамға килгән бөтә балалар ҙа район хакимиәте башлығының Яңы йыл бүләктәрен алып, саранан ҡәнәғәт ҡалды.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: