Ауылда Раевка балалар-үҫмерҙәр мәктәбенең еңел атлетика һәм саңғы спорты түңәрәге эшләй. Унда бөтәһе 15 бала шөғөлләнә. Күнекмәләрҙе физкультура уҡытыусыһы, тәжрибәле саңғысы Ранус Рәүеф улы Мөхтәров үткәрә. Ул бында егерме йылдан ашыу эшләү дәүерендә бик күп еңеүсе командалар әҙерләгән. Уның уҡыусылары йыл һайын район ярыштарында призлы урындар яулай. Ә республика почет пьедесталына күтәрелеү өсөн еңеүгә ышаныс ҡына түгел, билдәле әҙерлек тә – сифатлы саңғылар, күнекмәләр базаһы ла кәрәк.
Август айынан алып мәктәптә яңы саңғы миҙгеленә маҡсатлы әҙерлек башланды. Балалар тренерҙары менән бергә саңғыла йөрөү техникаһын үҙләштерә, йүгерә. Шулай уҡ асфальт буйлап саңғы-роллерҙарҙа йөрөйҙәр. Хатта Өфө, Октябрский ҡалаларына барып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡандар.
Саңғы трассаһы төҙөү инициативаһын районда билдәле ҡымыҙ яһау оҫтаһы Айрат Ғәниев күтәреп сыҡҡан. Ул үҙе генә саңғыла йөрөмәй, ҡыҙы Алһыуҙы ла өйрәткән, ул мәктәп йыйылма командаһына ингән.
Урындағы власть һәм сәләмәт тормош яҡлылар был башланғысты күтәреп алды һәм көҙөн трасса төҙөү эшенә тотондолар. Иң тәүҙә грейдер менән юлды тигеҙләнеләр. Трасса юлы буйлап эшҡыуар Нияз Алтынғужин бригадаһы монтерҙары электр линияһы һуҙҙы, хәҙер фонарҙар ҡуяһы ғына ҡалды.
Участкалар төрлө кимәлдә ине, күтәренке, тәпәш, һөҙәк урындар ҙа бар. Хәҙер иң мөһиме – мәктәп уҡыусылары һәм саңғы спортын яратыусылар яңы трассаны һынап ҡараһын өсөн ҡар яуыуын көтәһе генә ҡалды.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.