Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Октябрь 2020, 15:00

Күмәк көс менән

Ауыл халҡының һәм яҡташтарының тырышлығы менән Ибрайҙа зыярат ҡоймаһын ремонтланылар.

Республикала бер нисә йәл рәттән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы уңышлы эшләп килә, уның сиктәрендә районда йәшәүселәр үҙ ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү мөмкинлеге алды. Улар иҫәбендә Ибрай ауыл Советы ла бар, бында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса инде икенсе проектты бойомға ашыралар.

Тәүге тапҡыр программала Шишмә ауылында йәшәүселәр ҡатнашты, 2017 йылдың йәйендә унда балалар майҙансығы асылды, был кескәйҙәр генән түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ә быйыл ибрайҙар күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырҙы, зыярат ҡоймаларын капиталь ремонтлау буйынса уларҙың проекты конкурстың һайлап алыу турында еңеүсе булғайны.

Ауыл зыяратының торошо бында көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора ине, был мәсьәлә туғандарының һәм яҡындарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ҡайтыусы яҡташтарын да, ауыл халҡын да борсоно. Тейешле сумманы үҙҙәре генә йыя алмауын улар яҡшы аңлай ине. Эш күләме лә ҙур ғына, уларҙы атҡарып сығыу өсөн 820 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы тураһында ишеткәс, йыйылыш үткәреп, унда ҡатнашыу өсөн бер тауыштан риза булдылар. Сығымдар сметаһын төҙөнөләр, аҡса йыйыу тураһында ишетеп, был эшкә яҡташтары ла ҡушылды, бағыусылар ҙа таптылар. Проектта ҡатнашыусылар исемлегенә ингәс, республика ҡаҙнаһынан 603 мең һумлыҡ ярҙам алдылар. Урындағы ҡаҙнанан был маҡсатҡа 101 мең аҡса бүленде, ауыл халҡы 60 мең һум йыйҙы, шунса уҡ сумманы бағыусылар – урындағы эшҡыуар һәм фермерҙар Зәбир Фәйзуллин, Резеда Шафиҡова, Рәмис Шафиҡов, Рита Фазылова, Яков Жук индерҙе.

Бөгөн зыярат 474 метрлыҡ яңы ҡойма менән уратып алынды, бейек тимер ҡапҡа ҡуйылды. “Эдельвейс” йәмғиәте подряд ойошмаһы мастерҙары эште сифатлы һәм ваҡытында үтәне.

Әммә ибрайҙар бының менән генә туҡталып ҡалмай, бер юлы зыярат майҙанын да киңәйтергә ҡарар итте. Үҙ көстәре менән өҫтәмә рәүештә 173 метрлыҡ профнастил ҡойма һуҙҙылар.

Ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт, ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәфис Еникеев та шатлығын йәшермәй.

- Бергәләшеп был мәсьәләне хәл итә алыуыбыҙға бик ҡәнәғәтмен. Әммә эштәр бөтмәгән әле, тағы ла 100 метр тирәһе ҡойма менән уратып алаһы бар әле. Был эште лә атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Бөтә ауыл халҡы һәм яҡташтар исеменән ҡойманы яңыртыуҙа ҡатнашҡан Марсель Ямалетдинов, Фидан Хөсәйенов, Илнур Солтанғолов, Дамир Хөсәйенов, Марс Ҡотлоәхмәтов, Владик Ҡотлоәхмәтов, Ринат Ҡотлоәхмәтов, Хәлил Килдеғолов, Самат Еникеевҡа ҙур рәхмәт белдерәм.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: