Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Октябрь 2020, 19:30

Тәғәйенләүҙәр

Әлшәй районы муниципаль район Советының 2020 йылдың 20 октябрендәге 2-2-се ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Мостафин Дамир Радик улы тәғәйенләнде.

Д. Р. Мостафин 1959 йылда Әлшәй районы Ҡармыш ауылында тыуған. Юғары һөнәри белемле – 1981 йылда «Физика һәм математика" белгеслеге буйынса Башҡортостан дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ташлы урта мәктәбендә - физика уҡытыусыһы булып башлай, 1993-1996 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй. 1996 йылда Ташлы ауыл Советы хакимиәте башлығы итеп һайлана. 1998-2001 йылдарҙа - «Союз» хужалығы рәйесе. 2001 йылда яуаплылығы сикләнгән “Ташлы” йәмғиәте директоры итеп тәғәйенләнә. 2001–2004 йылдарҙа – Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары. 2004 йылда Әлшәй район Советы секретары итеп һайлана. 2004-2005 йылдарҙа – Әлшәй районы хакимиәте башлығы, 2006 йылдан 2020 йылға тиклем – Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Салауат Юлаев ордены, Рәсәй Федерацияһы дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе эшсәндәре профсоюзының Үҙәк Комитеты президиумы почет грамоталары, РСФСР халыҡ мәғарифы министрлығы, Башҡортостан Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республика Мәҙәниәт министрлығы һәм Ауыл хужалығы министрлығы почет грамоталары менән бүләкләнгән. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырым өлөш индергән өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнә.
Читайте нас: