Районда Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә саралар дауам итә
Республика ҡала һәм ауылдарын төҙөкләндереү ҡоймалар, газондар, тротуарҙар, яҡтыртҡыстарҙы ремонтлау һәм яңыларын ҡуйыуҙы, шулай уҡ өмәләр үткәреүҙе үҙ эсенә ала.
Беҙҙең районда йәшәүселәр ҙә территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса сараларҙан ститтә ҡалмай. Һәр бер ауыл биләмәһендә аҙна һайын Таҙалыҡ көндәре уҙа. Изге Ҡорбан байрамы алдынан Иҫке Аҡҡолай ауылында ла шундай өмә үткәрҙеләр.
“Был юлы күперҙәрҙе рәткә килтерергә ҡарар иткәйнек. Өмәгә активистар Әлфирә Әхмәтова, Гөлһылыу Шәрипова, Ләйлә Яҡшымбәтова, Айгөл Фәхретдинова, Нурания һәм Марс Назаровтар сыҡты. Бер нисә сәғәт эсендә күперҙәрҙе таҙартып, тимер ҡултыҡсаларҙы һәм конструкцияларҙы буяп та ҡуйҙылар. Хәҙер Төйлән йылғаһы аша һалынған ике күпер ҙә алыҫтан уҡ балҡып тора. Матур ҙа, хәүефһеҙ ҙә! Уларға ҙур рәхмәт! Ҡылған изгелектәре үҙҙәренә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!”, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Иҫке Аҡҡолай ауылы старостаһы, педагогик хеҙмәт ветераны Әлфиә Солтанова.
Ул шулай уҡ ауылдаштарына Изге ғәмәлдәр китабын булдырыу кәрәклеге тураһында ла мөрәжәғәт итте.