Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
28 Декабрь 2019, 14:05

Беҙгә яҡшы юлдар кәрәк

Хәнйәр ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса граждандар йыйылышы уҙҙы.

Хәнйәрҙә йәшәүселәрҙең бөтәһе лә яҡшы юлдар тураһында хыяллана. Уны урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамы менән тормошҡа ашырып булыуы тураһында белгәс, ауыл халҡы был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға булды. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү өсөн улар байрам алдынан йәнә йыйылыш үткәрҙе.

- Тәү сиратта бынан алдағы йыйылыштарҙа нигеҙле сәбәптәр буйынса ҡатнаша алмағандарҙы саҡырҙыҡ. Аксен ауыл Советы башлығы Дмитрий Сидоров йыйылыусыларға, ә улар иллеләп кеше ине, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу шарттары турһында тағы ла бер тапҡыр ентекләп аңлатты. Инициатива төркөмө ағзалары ла халыҡ араһында ойоштороу-аңлатыу эше үткәрҙе, - ти ауыл старостаһы Ильвира Зарипова.

Йыйылышҡа килеүселәр ауыл юлдарын ремонтлау инициативаһын хуплап ҡаршы алды. Улар шулай уҡ һәр йорттан 2-шәр мең һум аҡса йыйыуға ла ҙур теләк менән ҡушылды.

Читайте нас: