Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
3 Декабрь 2019, 12:55

Мәктәпкә - яңы тәҙрәләр

Кем-кем, ә сурайҙар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы тураһында ишетеп кенә белмәй.

Кем-кем, ә сурайҙар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы тураһында ишетеп кенә белмәй. Ике йыл элек ошо программа ярҙамында зыярат ҡоймаһын тулыһынса яңырттылар. Уның һөҙөмтәлелеген үҙ тәжрибәһендә тойған ауыл халҡы йәнә берҙәм тауыш бирҙе.

Был юлы үҙ көстәрен республика, урындағы бюджет ресурстары менән берләштереп, сурайҙар мәктәп тәҙрәләрен алмаштырырға уйлай. Бөгөн бында 43 бала уҡый. Бина 1994 йылда төҙөлгән, ваҡыт үтеү менән тәҙрәләре иҫкергән, шуға ла ҡышын бүлмәләрҙә һыуыҡ.

Йыйылышта, унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил Хәйретдинов ҡатнашты, проект бер тауыштан хупланды. Ауыл халҡы һәр йорттан 1000-әр һум аҡса йыйырға ҡарар итте. Күптәр эш барышында техника менән дә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Читайте нас: