Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
22 Ноябрь 2019, 13:21

Ибрай ауылы халҡы ла программала ҡатнаша

Ошо көндәрҙә бында урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылышы уҙҙы.

Унда хакимиәт башлығы урынбаҫары Ильяс Кашапов ҡатнашлығында ауыл халҡы зыяратты төҙөкләндереү проектын тикшерҙе.

Ауыл зыяраты ҡоймаһын капиталь ремонтлау тураһында ибрайҙар бынан алдағы йыйылышта уҡ һөйләшкәйне. Инициативаны ололар ҙа, йәштәр ҙә, яҡташтары ла хуплап ҡаршы алды. Эштәр күләме ҙур, үҙ көстәре менән генә тейешле сумманы, ә бының өсөн 900 мең һумға яҡын аҡса кәрәк, йыйырлыҡ түгел. Шуға ла ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына берҙәм ҡушылды. Хәҙер инде проект хаҡының бер өлөшө республика бюджетынан бүленәсәк.

Һәр ихатанан, ә бында 95 йорт, бөтәһе 215 кеше йәшәй, 1400-әр һум аҡса йыйырға ҡарар ителде. Бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерәсәк. Фермерҙар Резеда Шафиҡова, Рәмис Шафиҡов, эшҡыуар Зәбир Фәйзуллин да ярҙам итергә теләк белдерҙе.

Ибрай ауыл Советы башлығы Рәфис Еникеев сметаның яҡынса проектын уҡып ишеттергәндән һуң, староста Самат Еникеев, ауыл аҡһаҡалы Ғәли Шафиҡов, депутат Азат Шафиҡов, активистар Зифа Фазлиәхмәтова, Камила Баязитова, йәш ибрайҙар исеменән Надир Ҡотлозаманов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ауыл халҡы проект өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Бағыусылар техника менән ярҙам итһә, ауыл егеттәре иҫке рәшәткәләрҙе һүтеп алыуҙа һәм территорияны төҙөкләндереүҙә ҡатнашасаҡ.

Читайте нас: