Башҡортостан Республикаһында - 4,5 меңдән ашыу, беҙҙең Әлшәй районында – йөҙҙән ашыу ауыл иҫәпләнә. Һәм уларҙың барыһында ла иҫкергән йорт түбәләре, һыу һурҙырғыс башнялары, насар юлдар һәм башҡа көнкүреш проблемалары бар. Урындағы бюджетта аҡса барыһына ла етмәй. Әммә халыҡ ауылды төҙөкләндереүҙең көнүҙәк проблемаларын бергәләп хәл итергә өйрәнә.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы – инициативалы бюджетлау моделдәренең береһе. Башҡортостанға был программа 2014 йылда индерелде. Ул ваҡытта унда Урал аъяғының ете районы ҡатнашты. Был эш уңышлы башҡарылғандан һуң 2016 йылда программа бөтә республикаға таратылды.
Шул уҡ йылда программаға беҙҙең районда йәшәүселәр ҙә ҡушылды. Бөгөн күптәр уның ярҙамын бер нисә тапҡыр һынап ҡараны ла инде. Мәҫәлән, Ҡармыш ауыл биләмәһе халҡы өс йыл рәттән урындағы инициативаларҙы хуплау программаһына ҡушылып, һыу һурҙырғыс башняны алмаштырҙы һәм Дим ауылында һыу үткәргес селтәрен капиталь ремонтланылар, Сурайҙа зыярат ҡоймаһын яңырттылар. Казанка ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә уларҙан ҡалышмай. Проектарҙың һайлап алыу конкурсында өс тапҡыр еңеп, улар Үрнәктә юлдарға таш түшәне, Фәндә япмаларҙы һәм һыу үткәргес колонкалар ҡойоларын ремонтланы һәм хатта ошо программа ярҙамы менән тәгәрмәсле трактор ҙа һатып алдылар. Программала ике тапҡыр ҡатнашҡан Ҡыҙыл ауыл биләмәһендә йшәүселәр ҙә проблемаларын ошо программа ярҙамында хәл иткән – зыярат рәшәткәләрен һәм Тавричанкала Гагарин урамында юлды ремонтлағандар.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу юлы ябай. Бөтә көнкүреш проблемалары араһынан кешеләр иң көнүҙәк булғанын һайлап ала. Ҡайһы ваҡыт бының өсөн ауыл халҡы менән генә түгел, ә урындағы власть вәкилдәре ҡатнашлығында ла бер нисә йыйылыш үткәрергә кәрәк. Халыҡ, муниципаль бюджет һәм бағыусылар яғынан финанс ярҙамы күрһәтеү, проектҡа йәлеп ителгәндәр өлөшө, яңы эш урындары булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар һүрәттәре конкурстары, флешмобтар һәм башҡа саралар ҙа өҫтәмә бал килтерә ала, улар проблеманы хәл итеүҙең халыҡ өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрһәтергә тейеш.
Проблемалар күп, ә субсидиялар суммаһы сикләнгән булғанлыҡтан, ул бер миллион һумдан артмай, бөтә проекттар ҙа еңеү яулай алмай. Шунлыҡтан республика ҡаҙнаһынан аҡса алыр өсөн был программала ҡатнашыуға етди ҡарарға кәрәк. Һәм шуны ла онотмағыҙ, проблемаларҙы хәл итеүҙә инициатива күрһәтеү һәм ауыл халҡының булдыҡлылығы, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам буласаҡ! Ҡыҫҡаһы, бөтә халыҡ менән эшкә тотоноу зарур.
Ошо көндәрҙә Ыҫлаҡ ауылында 2020 йылға урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса тәүге йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.Иң тәүҙә, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильяс Кашапов, ауыл биләмәһе башлығы Марс Мөхтәсимовтың мәғлүмәтен тыңлағандан һуң, ауыл халҡы бер тауыштан программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе. Артабан көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү барышында, шуны билдәләп үтергә кәрәк, проблемалар араһында стадион төҙөү, яҡтыртылған саңғы юлын төҙөкләндереү кеүек идеялар ҙа булды, тәүге планға шулай ҙа балалар баҡсаһын ремонтлау мәсьәләһе сығарылды.
Бөгөн егерме бала (киләһе йылдарҙа ла был һан кәмемәйәсәк) йөрөгән Ыҫлаҡ балалар баҡсаһы 1967 йылда төҙөлгән. Бинаға күптән ремонт талап ителә, уның түбәһен, тәҙрәләрен, ҡоймаларын яңыртырға кәрәк. Проектты урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыуға тәҡдим итеүҙә халыҡ уртаҡ фекер белдерҙе. Шунда уҡ күпме аҡса йыйылырға тейешлеге билдәләнде, ул һәр йорттан 300 һум тәшкил итәсәк. Проектты әҙерләү һәм уның үтәлешенә контроллек итеү өсөн ауыл активистары араһынан инициатива төркөмө һайланды.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы еңеүселәре
Ниикифар ауыл Советы – “Никифар ауылының Дуҫлыҡ урамында автомобиль юлдарын ремонтлау”
Ҡармыш ауыл Советы – “Дим ауылында һыу үткәргес селтәрен ремонтлау һәм һыу һурҙырғыс башня һатып алыу һәм монтажлау”
Ҡыҙыл – “Тавричанка ауылында зыярат ихатаһын капиталь ремонтлау”
Ниғмәтулла – “Ниғмәтулла ауылында һыу үткәргес селтәрен (һыу һурҙырғыс башнялар араһында) ремонтлау һәм һыу һурҙырғыс башня һатып алыу һәм монтажлау”
Казанка – “Үрнәк ауылында автомобиль юлдарын ремонтлау”
Раевка – “Туҡталыш павильондарын төҙөкләндереү”
Ибрай – “Шишмә ауылында балалар майҙансығы булдырыу”
Әбдрәшит – “Ҡырым ауылында һыу һурҙырғыс башняны капиталь ремонтлау”
Ҡармыш – “Сурай ауылында зыярат ихатаһын капиталь ремонтлау”
Ҡыҙыл – “Тавричанка ауылының Гагарин урамында автомобиль юлын ремонтлау”
Зеленый Клин – “Зеленый Клин ауылында һыу үткәргес селтәрен капиталь ремонтлау”
Казанка – “Ҡорамалдары менән тәгәрмәсле трактор һатып алыу”
Ҡыпсаҡ-Асҡар – “Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында һыу үткәргес селтәрен һәм һыу һурҙырғыс башняны капиталь ремонтлау”
Ҡармыш – “Дим ауылында һыу үткәргес селтәрҙәрен капиталь ремонтлау”
Казанка – “Фән ауылының Мәктәп урамында һыу үткәргес селтәрҙәрҙе төҙөкләндереү, япмаларҙы һәм һыу үткәргес колонкалар ҡойоларын капиталь ремонтлау”
Шафран ауыл Советы – “Чайкино ауылында һыу үткәргес селтәрҙәрҙе капиталь ремонтлау”