Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
18 Ноябрь 2019, 16:33

Ташлыларға трактор кәрәк

Һәр биләмәлә, ҡаламы ул йәки ауылмы, хәл ителмәгән проблемалар бар. Был мәсьәләләрҙең һәр береһе айырым иғтибар талап итә.

Ауыл халҡынан башҡа уларҙы бер кем дә хәл итә алмай. Хәҙер был эштә халыҡҡа ярҙамға – урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы барлыҡҡа килде. Бөгөн проектҡа Ташлы ауыл биләмәһе халҡы ла ҡушылды.

Дөйөм йыйылышта, унда район Советы секретары Шамил Сәлимов ҡатнашты, ауыл халҡы Ташлыла һыу үткәргес селтәрен ремонтлау, Баязит ауылында паркты төҙөкләндереү һәм трактор һатып алыу мәсьәләләрен ҡараны. Фекер алышыу ҙур бәхәскә әйләнмәне, сөнки йыйылыусылар техника һатып алыу өсөн берҙәм тауыш бирҙе.

- Ауыл биләмәһе өсөн трактор бик кәрәк. Юлдарҙы таҙартыу, сүп-сар түгеү һәм башҡа эштәр етерлек. Беҙҙә өс ауыл, быуалар бар, территорияны һәр ваҡыт таҙа тоторға кәрәк. Ауылда йәшәүселәр быны яҡшы аңлай. Шуға ла трактор һатып алыу теләге ҙур, - ти ауыл биләмәһе башлығы Айнур Мурзин.

Өс ауыл халҡы өсөн, бындағы 225 йортта 650-нән ашыу кеше йәшәй, техника һатып алыу 1,5 миллион һумға төшәсәк. Йыйылышта һәр йорттан берәр мең һум аҡса тапшырырға ҡарар иттеләр. Шулай уҡ бағыусылар ярҙам итәсәк һәм техника хаҡының 20 процентын урындағы бюджет ҡушасаҡ. Инициатива төркөмөнә, уға оҙаҡ йылдар Ташлы мәктәбе директоры булып эшләгән Айрат Зөлҡәрнәй улы Насиров етәкселек итә, өс ауылдың активистары инде.

Читайте нас: