Был көндө халыҡ менән осрашыуға район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А. С. Матренин, район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов һәм хакимиәт башлығы урынбаҫары Н. Ә. Хәйретдинов, Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдинов барҙы. Делегация тәүҙә бер нисә социаль объектта булып, мәктәп бинаһын, балалар баҡсаһы, врачлыҡ амбулаторияһы бинаһын ҡараны, кадрҙар менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы саралар һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Был көндө шәхси ҡабул итеүгә килгәндәрҙең береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы – уларға тейешле аңлатмалар бирелде. “Беҙ райондың бай тарихлы боронғо ауылының яҙмышына битараф түгелбеҙ. Берлектәге дөйөм тырышлыҡ менән күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин. Эшләргә һәм артабан үҫешергә теләге булғандарға беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ”, - тине район хакимиәте башлығы Д. Мостафин, сараға йомғаҡ яһап.
Белешмә өсөн. Ыҫлаҡ ауыл биләмәһендә 425 йорт иҫәпләнә, 1000-дән ашыу кеше йәшәй. Ауылда урта мәктәп бар, унда 68 бала уҡый, балалар баҡсаһына 22 бала йөрөй. Биләмәлә шулай уҡ клуб, амбулатория, китапхана һәм почта бүлексәһе бар, дүрт крәҫтиән-фермер хужалығы һәм ике шәхси эшҡыуар эшләй.