Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
24 Май 2019, 14:29

Яугирҙәр иҫтәлегенә Еңеү аллеяһы

Торонтайыш халҡының, ошо ауылдан сыҡҡан кешеләрҙең берҙәмлеге һәм эшһөйәрлегенә, әүҙемлегенә тыуған яғын сикһеҙ һөйөүенә һоҡланмау мөмкин түгел.

Йә улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, , миллион һумдан (!) ашыу аҡса йыйып (әйтеүе генә еңел), ауыл зыяратын уратып ала һәм бөтә республикала билдәлелек ала. Йә һәр йылды май байрамдарында шул уҡ зыяратты тәртипкә килтереү өсөн өмәләргә йөҙләгән кеше йыйыла, хатта алыҫ яҡтарҙан бының өсөн махсус ҡайталар, йә йәй көндәрендә мәҙәниәт йортонда матур концерттар ойошторалар, унда хатта бөтә тирә-яҡтан тамашасылар килә. Ә быйыл тағы да нығыраҡ ғәжәпләндерҙеләр.
- Ауылдың Гөлсәр тауы итәгендә Бөйөк Ватан һуғышының 74 йыллығына арнаап, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Еңеү аллеяһы булдырып, ағастар ултырттыҡ, - ти изге эштәрҙе башлап йөрөүселәрҙең береһе, мәғариф ветераны Лилиә Буранбаева. – Гөлсәр тауы – торонтайыштарҙың яратҡан ял итеү урыны. Ул ауылға ингәндә үк үҙенең ап-аҡ зифа ҡайындары менән юлсыларҙы әллә ҡайҙан сәләмләп тора. Ләкин ҡайындар һуңғы йылдарҙа һирәгәйҙе, шуға ла бик күптәр был урманлыҡты ҡуйыртып, матурлау теләге менән яна ине. Уларҙың береһе – ауылдың иң әүҙем егете Илдус Әхмәҙуллиндың тәҡдиме менән ағас ултыртыуҙы ойошторорға булдыҡ.
Был эште яҡташыбыҙ Рәмил Латипов үҙ өҫтөнә алды. Билдәләнгән көндө дәррәү эш башланыҡ. Халыҡ шул тиклем күп йыйылды, ситтән ҡарап торһаң, бер ҙур ҡырмыҫҡа ояһы, тиерһең. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауылдаштарыбыҙ тырышлығы менән утлы яуға киткән 513 яугир иҫтәлегенә шунса уҡ йәш үҫентеләр ултырттыҡ.
Был өмә торонтайыштарҙың берҙәмлеген тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Йылдар үтер, тау итәгендәге Еңеү аллеяһында ағастар шаулап үҫер һәм йәш быуынға бөгөнгө матур тормош өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙәрҙе хәтерләтеп торор. Ошо сауаплы эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тине Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Читайте нас: