Халыҡ, күрһәтмә биреүҙе лә көтөп тормай, мәңгелек йортто таҙартыуға һәм йыйыштырыуға берҙәм сыға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә. Ҡасандыр айырым ауыл булған, хәҙер инде район үҙәгенә ҡараған Яңауылда йәшәүселәр ҙә шундайҙар иҫәбендә.
Былтыр “Беҙҙең ауыл” инициатива бюджеты проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тау битләүендәге Яңауыл зыяраты яңы ҡойма менән уратып алынды. Аҡса район һәм ауыл биләмәһе бюджетынан бүленде, бер ни тиклемен ауыл кешеләре үҙҙәре йыйҙы, бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Быйыл яҙ “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы сиктәрендә зыярат ҡоймаһы буйлап 70 ҡарағай ултыртылды. Был изге эштә район үҙәге ойошмалары ярҙам итте, Яңауылда йәшәүселәр үҙҙәре лә акцияла ҙур теләк менән ҡатнашты.
- Беҙҙә халыҡ ярҙамсыл, саҡырыу менән эшкә берҙәм сығалар, - ти инициатива төркөмө ағзаһы Лена Сәйфетдинова. – Бына быйыл да сираттағы өмәгә биҙрәләр, көрәктәр, секаторҙар тотоп, дәррәү эшкә тотондо. Иң тәүҙә иҫке ҡойманы алып ташланыҡ, сүп-сар һәм ҡоро-һары йыйҙыҡ, бейек һәм матур булып үҫеүҙәрен теләп йәш ҡарағайҙарға һыу һиптек.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү эште тамамлағандан һуң үҙенә күрә бер матур традицияға әйләнгән сәй табыны артында дауам итте. Көҙөн тағы ла өмәгә сығырға һәм дөйөм тырышлыҡ менән ерләү кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн яңы йорт күтәрергә ҡарар итте яңауылдар.- Беҙҙең башланғыстарыбыҙҙы хуплап торған район хакимиәтенә һәм Раевка ауыл биләмәһенә рәхмәт белдерге килә. Шулай уҡ бағыусылар – Стәрлетамаҡтан Рөстәм Минһажевҡа, Сергей Байғужинға (“Раевсахар” йәмғиәте), Ринат Кәлимуллинға (йылылыҡ селтәрҙәре), Сергей Фоминға (“Ремстройкомплект” йәмғиәте), эшҡыуарҙар Руслан Ахунов, Рәсүл Шәмсетдинов, Нияз Алтынғужин, Зәбир Ғәйетов һәм Ринат Зариповҡа, Яңауыл ауылы һәм яңы биҫтә халҡына, раевкаларға, ғөмүмөн, изге эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Эргәбеҙҙә ихлас һәм ярҙамсыл кешеләрҙең күп булыуына ҡыуанып бөтә алмайым, - тип өҫтәне Лена Ғабдулла ҡыҙы.