Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Апрель 2019, 18:09

Уларҙың эшендә ваҡ-төйәк мәсьәләләр юҡ

Муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, урындағы үҙидара ветерандары, Совет депутаттары, шулай уҡ активистар – старосталар һәм йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре һөнәри байрамдарын билдәләне.

Бөгөн урындағы үҙидара органдарында 136 муниципалитет хеҙмәткәре эшләй, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына 215 депутат һайланған. Һәр ауыл биләмәһендә халыҡты дөйөм проблемаларҙы хәл итеүгә йәлеп итеүсе, берләштереүсе йәмәғәт ойошмалары эшләп килә. Улар - дин әһелдәре, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә хеҙмәт иткән ветерандар, ағинәйҙәр, предприятие һәм учреждение профсоюздары һәм, әлбиттә, ауыл старосталары.
Байрам сараһын район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин асты.
- Бөгөн муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн һөнәри бурыстарын үтәү генә түгел, ә шәхси сифаттар, яуаплылыҡ, кешеләргә хеҙмәт итеү теләге лә мөһим булырға тейеш. Сөнки халыҡ проблемалары менән тәү сиратта тап һеҙгә мөрәжәғәт итә. Тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт белдергем килә, киләсәктә лә тыуған төйәгебеҙ яҙмышына битараф булмауығыҙҙы, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һәм гражданлыҡ инициативаһы күрһәтеүегеҙҙе теләйем.
Йыйылыусыларҙы район Советы рәйесе Сергей Колеганов та ҡотланы. Артабан традиция буйынса бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Урындағы үҙидара ветерандары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм ауыл старосталарына муниципаль берәмектәр ассоциацияһы һәм район хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды.
Автор фотоһы.
Намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидара үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Казанка ауыл Советы ветераны Надежда Гончарова, Ҡармыш ауыл биләмәһе башлығы Дауыт Шәкүров һәм район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенең прогнозлау, сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ секторы мөдире Айгөл Мостафина билдәләп үтелде.
Читайте нас: