Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Март 2019, 13:29

Бөтә мәсьәләләр – көнүҙәк

Район хакимиәте башлығы Зеленый Клин ауыл биләмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Күсмә ҡабул итеүҙәр райондың бөтә ауыл Советтарында тиерлек үтте, әйтергә кәрәк, халыҡты һәр ерҙә лә башлыса бер үк проблемалар борсой. Ғәҙәттә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, “сүп-сар реформаһы” мәсьәләләре күтәрелә. Район етәкселеге менән бер генә осрашыу ҙа төҙөкләндереү – һыу менән тәьмин итеү, юлдар, күперҙәр, зыяраттар торошо, урамдарҙы яҡтыртыу темаларын тикшереүҙән башҡа үтмәй. Ҡыҫҡаһы, ауылдарҙа хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр етерлек. Зеленый Клинда граждандарҙы ҡабул итеү ҙә шуны күрһәтте.

Традиция буйынса район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Совет секретары Шамил Сәлимов башланғыс мәктәптә (унда бөгөн һигеҙ бала уҡый), балалар баҡсаһында (13 бала йөрөй) һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды.

Район етәкселеге менән осрашыуға ауылдың киләсәге өсөн борсолған активистар – Мәхмүт хәҙрәт Ғибәҙуллин, староста Гөлнур Хәйретдинова, ауылдың абруйлы кешеләре һәм йәштәр килде.

Ауыл халҡы башлыса йәмәғәтселеккә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрҙе. Уларҙы демографик хәл, эш урындары булмау сәбәпле йәштәрҙең ҡалаларға сығып китеүе, ауыл хужалығы ерҙәренең киләсәге борсой. Фельдшер-акушерлыҡ пунктын медицина белгесе менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора, ваҡыты-ваҡыты менән кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың һаулығына ҡурҡыныс менән янаған хужаһыҙ эттәр проблемаһы килеп тыуа. Шулай уҡ автобус маршруты асыу, ауыл халҡын ислам дине нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн бина табыуға бәйле үтенестәр ҙә яңғыраны. Район хакимиәте башлығы менән осрашыуға килгән шәхси йорт төҙөүселәр торлаҡ программалары менән ҡыҙыҡһынды.

Читайте нас: