Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
5 Март 2019, 12:39

Хужаһыҙ йорттарҙан алып суррогат алкоголгә тиклем

Район хакимиәте башлығы йәнә граждандарҙы ҡабул итте

Бөгөн ауыл биләмәләрен һаҡлап ҡалыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ауылдарҙа етештереү предприятиелары ҡалманы тиерлек. Йәштәр ҡалаға китә, тыуым кәмей, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр ҡулайлаштырыла, ҡыҫҡаһы, ауылдар ҡартая. Мәғариф учреждениелары булған ауылдарҙа ла уҡыусылар һаны йылдан-йыл аҙая. Йәш белгестәр ҙә ауылға эшкә барырға атлығып тормай, мәктәптәрҙә - уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, проблемалар артҡандан-арта.

Һөҙөмтәлә, район етәкселеге менән ҡайҙа ғына осрашыуҙар үткәрелмәһен, уларҙа асылда бер үк мәсьәләләр тикшерелә. Воздвиженка һәм Себенле ауыл Советтарында үткән граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ҙә быны асыҡ күрһәтте.

Воздвиженка һәм Бугульминка ауылдарында йәшәүселәр Дамир Мостафинға башлыса юлдар торошона, һыу менән тәьмин итеүгә, район үҙәгенә барыу өсөн автобус йөрөмәүенә зарланды. Ауыл кешеләрен шулай уҡ ярым емерек биналарҙың күрекһеҙ хәле лә борсоуға һала. Ә бына үҙ үтенестәрен белдерергә “Кудесница” ансамбле ҡыҙҙары бөтә коллективтары менән килгән. Эш шунда, ауыл клубы бинаһы ҡышын йылытылмай, ә репетициялар яһау өсөн урын кәрәк. Хакимиәт башлығы был мәсьәләне тикшерергә, Воздвиженка артистарына сәхнә кейемдәре һатып алыуҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Осрашыуҙа шулай уҡ иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыу темаһы ла күтәрелде. Был проблема, асыҡланыуынса, Себенле ауыл Советы халҡы өсөн дә көнүҙәк. Бөгөн бында алкоголь һатыуҙың 11 урыны билдәле. Дамир Радик улы ауыл халҡын, шулай уҡ дин әһелдәрен, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм яуаплылыҡ күрһәтеп, иҫерткес эсемлек һатыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барырға саҡырҙы.

Себенле ауылында йәшәүселәр райондың юлдар төҙөү, ауыл хужалығын һәм фермерлыҡты үҫтереү программалары һәм инвестиция проекттарына бәйле пландары менән ҡыҙыҡһынды. Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - һыу менән тәьмин итеү ҙә тикшерелде. Ауыл халҡы проблемалар тураһында ғына һөйләмәне. Осрашыуҙа сығыш яһаған мәғариф ветераны Нәзирә Хәмзә ҡыҙы Шәнгәрәева, мәҫәлән, ҡарҙың күп яуыуына ҡарамаҫтан, ауыл биләмәһе юлдары һәр ваҡыт таҙартылып тороуын, урамдарҙы яҡтыртыуҙа ла өҙөклөктәр булмауын билдәләп үтте. Ауыл халҡы исеменән район хакимиәте башлығы Дамир Мостафинға һәм биләмә башлығы Владик Миңлеғәлиевҡа рәхмәт белдереп, ул ауылдаштарын әүҙемрәк булырға, дөйөм проблемаларҙы бергәләп хәл итергә, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашырға һәм мәсет төҙөүҙе тамамларға саҡырҙы.

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Совет секретары Шамил Сәлимов ауыл биләмәләрендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡараны, Воздвиженка ауылындағы мәктәптә һәм Себенлеләге почта бүлексәһендә булды.


Читайте нас: