Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
18 Февраль 2019, 12:36

Һорауҙар, үтенестәр, тәҡдимдәр

Яңы Сәпәш, Ибрай, Иҫке Сәпәш һәм Аҡбирҙе ауылдарында йәшәүселәр Дамир Мостафин менән әңгәмәлә бик күп темалар күтәрҙе

Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, сүп-сар реформаһы, пай ерҙәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Осрашыу барышында көнүҙәк проблемалар тураһында ғына түгел, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу һәм тормош сифатын яҡшыртыу хаҡында ла һүҙ барҙы.

Мәҫәлән, райондың почетлы гражданины, Яңы Сәпәш ауылынан Фәнил Вилданов бөтә ауылдаштары исеменән Яңы Сәпәш һәм ат спорты мәктәбен берләштереп һаҡлап ҡалыу һәм уны артабан үҫтереү инициативаһы менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, был көндө мәктәп тураһында күп фекерҙәр әйтелде. Ауыл халҡы балаларҙы район үҙәгендәге мәктәптәргә илтеү, сабыйҙарҙың балалар баҡсаһында булыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға бәйле үҙ борсолоуҙарын белдерҙе.

Дамир Мостафинға егермегә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Һорауҙарҙың күбеһе төҙөкләндереүгә ҡағылды. Аҡбирҙе ауылынан инициатива төркөмө интернет үткәреүҙә, туҡталыш урыны булдырыуҙа һәм көнүҙәк проблема – һыу менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Ауыл халҡы, был проблеманы хәл итеү юлы булараҡ, урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген ҡараны.

Иҫке Сәпәш ауылы халҡы ла үҙ һорауҙарын еткерҙе. Улар автомобиль юлында малдарҙың юл аша сығыуын аңлатыусы билдә ҡуйыуҙы һораны, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы нисек ойоштороу тураһында һөйләште. Шулай уҡ Яңы Сәпәш ауыл мәҙәниәт йортоноң түбәһен ремонтлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Дамир Радик улы федераль программа сиктәрендә ремонт эштәре планлаштырылыуы һәм уның үтәлеше республика Хөкүмәте контролендә булыуы тураһында белдерҙе.

Был көндө район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Совет секретары Шамил Сәлимов ремонттан һуң яңыртылыған фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла булды.

Читайте нас: