Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
6 Декабрь 2018, 13:52

Ятҡан таш мүкләнә

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ике тапҡыр ҡатнашҡан Дим ауылы халҡы ла был мәҡәл менән тулыһынса килешә.

Бына икенсе йыл инде улар бөтә ауылды борсоған һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итә. Бында элек һыу үткәргес булған, уны 60-сы йылдарҙа төҙөгәндәр, әммә ул йылдар уҙыу менән таушалған. Һыу һурҙырғыс башнянан һыу ергә аға. Уның сифаты ла насарланған, тутыҡҡан торбаларҙан ҡайҙан таҙа һыу килһен инде? Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеге тыуғас, ауыл халҡы быға ҡуш ҡуллап риза була.

Халыҡтың әүҙемлеге һәм тырышлығы менән ике йыл элек ауылда яңы башня төҙөлә. Иҫкергән ҡоролманы алмаштырып ҡына ҡалмайҙар, янғын гидранттары ла урынлаштыралар.

Ә быйыл (2017 йылда димдәр программала ҡатнашыу хоҡуғын күрше Сурай ауылы халҡына бирә, улар ҙа программала еңеп сығып, зыярат ҡоймаһын ремонтлайҙар) Дим халҡы ошо проблемаға яңынан әйләнеп ҡайта. Хәҙер уларға һыу үткәргес торбаларҙы алмаштырырға кәрәк. Йәнә йыйын уҙғарып, тауыш бирҙеләр һәм һәр йорттан икешәр мең һум аҡса йыйҙылар. Бағыусыларҙы, әлбиттә, урындағы эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп иттеләр. Фермерҙар Земфир Ҡорманов, Рәфис Хөснуллин һәм “Агрокоопинвест” ауыл хужалығы предприятиеһы (директоры И. А. Мөхәмәтйәнов) ҙур өлөш индерҙе. Ауыл биләмәһе хакимиәте конкурс документтарын дөрөҫ итеп әҙерләне, проекттың хаҡы 871,430 һум тәшкил итте. Һәм уларға йәнә уңыш йылмайҙы - Дим ауылы халҡы йәнә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә инде.

Бөгөн Димдә 280 кеше йәшәй. Проектҡа һәр ғаилә үҙ өлөшөн индергән – улар 110 мең һум аҡса йыйған. Был средстволарға муниципалитет ҡаҙнаһынан - 110 мең һум, бағыусыларҙан 45 мең һум ҡушылды, республика ҡаҙнаһынан 606430 һум субсидия бүленде, һәм эш башланып китте. Ауыл халҡы үҙ башланғыстарын ғәмәлгә ашырыуға аҡса менән генә түгел, ә эш менән дә ярҙам итте.

Бөгөн бында һыу үткәргес полипропилен торбаларҙан һуҙылған. Тулыһынса түгел, әлбиттә. Әммә, элеккесә, өҙөклөктәр юҡ һәм һыу ҙа ағып тормай.

- Башта һыу һурҙырғыс башнянан ауылға тиклем 780 метр арала торбаларҙы алмаштырыу мәсьәләһе тора ине. Ләкин халыҡ ауыл эсендә 500 метрға яҡын аралағы проблемалы участкала ла торбаларҙы алмаштырырға теләк белдерҙе, - ти ауыл биләмәһе башлығы Дауыт Шәкүров. – Кешеләр был программаға ышанды, үҙҙәре инициатива күрһәтә һәм уны хуплай, эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ауылда һыу менән тәьмин итеүгә яуаплы Айрат Толонғужин, депутаттар Тимерйән Кәримов һәм Марат Хәйруллин һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Гизәр Фазлыев етәкселегендәге инициатива төркөмө лә маҡтауға лайыҡ. Халыҡ та әүҙем булды, шуға ла эшләүе лә еңел, - ти Дауыт Урал улы.

Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителде. Әммә Дим ауылы халҡы өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Матур традиция буйынса 2019 йылғы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу хоҡуғын сурайҙарға бирәләр, ә улар инде сираттағы проектҡа әҙерләнә лә башлаған, димдәр артабан тағы ла үҙ инициативаларын тәҡдим итәсәк.


Читайте нас: