Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын һайлап алыу конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Программала ҡала һәм ауыл биләмәләре, муниципаль район һәм ҡала округтарынан 498 проект ҡатнашты. Улар иҫәбендә беҙҙең райондан был программала бер нисә тапҡыр еңеп сыҡҡан Казанка һәм Ҡармыш ауыл биләмәләре проекттары ла бар.
Дим ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына – һыу үткәргес селтәрҙәрен капиталь ремонтлау (870 мең һум), ә фәндәр һыу үткәргес колонкалары ҡойолары һәм уларҙың япмаларын, һыу үткәргес торбаларҙы ремонтлау һәм янғынға ҡаршы һыу һаҡлағысты яңыртыу (309 мең һум) проекттары менән инде.
Был башланғыстар дөйөм йыйылыштарҙа халыҡ тарафынан тәҡдим ителгән. Уларҙың ҡарары менән программала ҡатнашыуға заявкалар төҙөлгән, инициатива төркөмө һайланған һәм проектты тормошҡа ашырыуға халыҡтан аҡса йыйылған.
Хәҙер был аҡсаларға биләмә бюджетының финанс ресурстары, бағыусылар һәм республика ҡаҙнаһынан субсидияны ҡушып (программаның асылы шунда), халыҡтың инициативалары ғәмәлгә ашырыласаҡ.