Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
23 Май 2018, 11:49

Көнүҙәк мәсьәләләр берлектә хәл ителә

Никифар ауыл биләмәһендә Хакимиәт көнө уҙҙы.

Был көндө Никифарға халыҡ менән осрашыуға район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов, хакимиәт бүлектәре етәкселәре һәм белгестәре, төрлө хеҙмәт вәкилдәре килде. Хакимиәт көнө сиктәрендә граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеү ойошторолдо. Ауыл кешеләре бында тулы, компетентлы яуаптар алды, ә өҫтәмә тикшереүҙе талап иткән мәсьәләләр контролгә алынды.

Артабан граждандар йыйыны уҙҙы. Никифар ауыл Советы составына алты ауыл инә, унда 1300 кеше йәшәй, 549 йорт иҫәпләнә. Урта мәктәптә 143 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһына 27 бала йөрөй, көндөҙгө стационары булған амбулатория эшләй. Унда никифарҙар ғына түгел, Ғәйнәямаҡ ауыл Советы һәм күрше Миәкә районы халҡы ла медицина ярҙамы ала. Биләмә территорияһында 7 крәҫтиән-фермер хужалығы, сауҙа нөктәләре, “Ҡарлуғас” шифахана- һауыҡтырыу лагеры, мәсет һәм башҡа социаль объекттар уңышлы эшләй. Халыҡ алдында сығыш яһап, ауыл Советы башлығы И. М. Бикмурзин биләмә эшмәкәрлегендә бөтә ыңғай һәм кире яҡтарға ентекле туҡталып үтте, бюджет средстволарының ниндәй маҡсатта тотонолоуы тураһында бәйән итте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ауыл биләмәһе быйыл урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыуға заявка биргән. Никифарҙар трактор һатып алырға ниәтләй, был уларға урындағы күп кенә проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк.

Халыҡ менән һөйләшеү бик йәнле барҙы, сүплектәр торошо, йорт хайуандарын биркалау, юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса һорауҙар бирелде. Әйткәндәй, Никифар һәм Балғажы ауылдары араһындағы юл проблемаһы айырыуса киҫкен тора. Балғажыларҙы шулай уҡ ауыл клубын йылытыу һәм элекке мәктәп бинаһының артабанғы яҙмышына бәйле мәсьәләләр борсой.

Осрашыуҙы йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин, бындай сараларҙың ауыл халҡы өсөн файҙаһы ҙур, ә власть органдарының бурысы – һәр кешене тыңлап, мәсьәләне тикшереп, тейешле саралар күрергә ярҙам итеү, тип билдәләне.

Эйе, никифарҙар үҙ ауылдары яҙмышына битараф түгел. Улар берлектәге тырышлыҡ менән генә күп нимәгә өлгәшергә мөмкин булыуын һәм ауыл биләмәһенең киләсәге күп йәһәттән үҙҙәренә бәйле икәнен яҡшы аңлай.

Читайте нас: