Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Апрель 2018, 14:43

Иле берҙәмдең – көнө берҙәм

Бөгөн районда урындағы үҙидара органдарында 136 муниципаль хеҙмәткәр эшләй, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына 215 депутат һайланды.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр – район һәм ауыл хакимиәттәрендә эшләүселәр, урындағы Совет депутаттары, шулай уҡ уларҙың әүҙем ярҙамсылары – ауыл старосталары һәм территориаль йәмәғәт үҙидара вәкилдәре һөнәри байрамын билдәләне.

Бөгөн мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренән башлап территорияларҙы төҙөкләндереүгә тиклем көндәлек тормошобоҙ сифатын билдәләүсе иң мөһим мәсьәләләр муниципаль власть кимәлендә хәл ителә. Хәҙерге заманда урындағы үҙидараның төп бурысы – халыҡты берләштереү, уларҙы ауылдағы дөйөм проблемаларҙы хәл итеүгә йәлеп итеү. Кешеләргә яҡын власть бөгөн үҙ алдына тап шундай бурыстар ҡуя.

Һәм, әйтергә кәрәк, был йүнәлештәге эш үҙ емештәрен бирә. Әүҙем тормош позицияһында булғандар, бергә йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә һәм уларҙы хәл итеү юлын эҙләй, “Реаль эштәр” һәм Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы кеүек проекттарҙа ҡатнашыуға инициатива күрһәтә. Берлектә эш итеү һөҙөмтәһендә урындарҙа һыу менән тәьмин итеү, юлдарҙы төҙөкләндереү, зыяраттарҙы ихаталау, балалар майҙансыҡтары төҙөүгә бәйле проблемалар хәл ителә. Бындай ҡараш яуаплылыҡ, дуҫтарса бәйләнеш булдырыу кеүек ыңғай һыҙаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә, башҡарылған эшкә ҡарап, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята.

- Хәҙерге ваҡытта урындағы үҙидара органдарында 136 муниципаль хеҙмәткәр эшләй, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына 215 депутат һайланды. Ветерандар советы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, предприятиелар һәм учреждениелар профсоюздары, “ҡайнар нөктәләр”ҙә хеҙмәт иткән ветерандар һәм дини берләшмәләр дөйөм эшкә тос өлөш индерә. Урындағы үҙидара органдары граждандарҙы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп иткән йәмәғәт ойошмалары инициативаларын хупларға һәр ваҡыт әҙер. Битараф булмағанығыҙ, йәшәгән еребеҙҙе тағы ла йәмлерәк итергә ынтылғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тине район Советы секретары Шамил Сәлимов, залда ултырыусыларға мөрөжәғәт итеп.

Районда старосталар институты ла уңышлы йәшәп килә. Бөгөн йәмәғәт башланғысында эшләүсе бындай инициативалы кешеләр һәр ауылда бар. Байрам көндө, иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы хөрмәтләү тантанаһында, ауыл старосталары исеменә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Иҫке Аҡҡолайҙан Октябрь Ғәниев, Балҡандан Вәрис Тәйүпов, Мырҙағолдан Ғәлиәскәр Абдулов, Үрәҙмәттән Клара Туҡаева һәм Мечниковонан Ғүмәр Сәйәхов район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ҡулынан бүләктәр алды.

Үрәҙмәт ауылы старостаһы Клара Туҡаева:

- Бәләкәй генә хеҙмәтебеҙ өсөн юғары трибунан рәхмәт һүҙҙәре әйтелгән, бөтә район артистары, ә иң мөһиме, балалар матур концерт номерҙары менән тәбрикләгән һәм бындай байрамдарҙа йөрәктәрҙе йылы хистәр, районыбыҙ халҡы менән ғорурланыу тойғоһо биләй. Бындай осрашыуҙар киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ эшләү өсөн көс-ҡеүәт һәм илһам-дәрт өҫтәй.


Байрам тантанаһында Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте эштәр идарасыһы Гөлсинә Хәйбрахманова, Ҡыҙыл ауыл Советынан – Әлиә Кәримова һәм Раевка ауыл Советы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы Гүзәл Әхмәтйәноваға лайыҡлы наградалар тапшырылды.
Читайте нас: