Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
23 Апрель 2018, 16:46

“Ауылдың йәшел сирәменә етәме һуң...”

Әллә нәҫелдән киләме, әллә ҙур юлдарҙан алыҫта урынлашҡан Балҡан ауылының хозур тәбиғәте ошондай ныҡлы һаулыҡ биргәнме, әллә уның кеүек әүҙем кешеләрҙең булмышы шундаймы, ауыл старостаһы бөгөн дә йәштәргә биргеһеҙ етеҙ хәрәкәтле һәм теремек.

Балҡан ауылы старостаһы Вәрис Тәйүпов һәр көн иртән тыуған ауылы урамдары буйлап үтә.

Вәрис Әхмәтдин улына быйыл 79 йәш тулды. Әллә нәҫелдән киләме, әллә ҙур юлдарҙан алыҫта урынлашҡан Балҡан ауылының хозур тәбиғәте ошондай ныҡлы һаулыҡ биргәнме, әллә уның кеүек әүҙем кешеләрҙең булмышы шундаймы, ауыл старостаһы бөгөн дә йәштәргә биргеһеҙ етеҙ хәрәкәтле һәм теремек. Хәҙер инде бармаҡ менән генә һанарлыҡ йорттары ҡалған тыуған ауылында ул ысын мәғәнәһендә “бөтә эске һәм тышҡы эштәр министры”. Ә уның вице-министры, йәғни иң тоғро ярҙамсыһы – күршеһе һәм тиҫтере Рәшит Вәлиуллин. Һәр көндө, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай, улар икәүләп Балҡан урамдары буйлап үтә, элекке замандарҙы һәм ауыл кешеләрен иҫкә ала, бер һүҙ менән әйткәндә, был тыныс төбәкте күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай.

Ҡасандыр эшһөйәр ғаиләләр төйәк иткән, тирә-яҡта балаларҙың шат тауышы тынмаған, ә йорт-ҡуралар мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт менән тулы булған ауылда бөгөн көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә бер кемде лә табырмын тимә. Бикле торған йорттарҙың күбеһе ҡаралған,төҙөк, ташландыҡ өйҙәр бик аҙ.

- Эйе, ауыл йәл, - ти ауыр көрһөнөп, Вәрис Әхмәтдин улы. - Әле ҡасан ғына бында тормош гөрләй ине. 1929 йылда был яҡтарға Ниғмәтулла ауылы халҡы күсеп килә. Ауылға нигеҙ һалынған йылда утыҙ биш йорт иҫәпләнә. Балҡандан илле ир-егет Бөйөк Ватан һуғышына китте, шуларҙың ун дүрте яу ҡырында батырҙарса һәләк булды. Ауыл халҡы колхозда (бында элек өс-дүрт мең һарыҡ аҫралған һарыҡсылыҡ ферма һәм йөҙгә яҡын ат бар ине) эшләне, балалар үҫтерҙе, бергәләп байрам саралары үткәрҙе. Бөтә был йорттарҙы беҙ күмәкләп төҙөнөк, бер ғаилә кеүек йәшәнек.

Әле лә ауылыбыҙ бик матур, юл бар, электр үткән, ә саф һауаһы һулап туйғыһыҙ, йәйҙәрен бындағы еләк-емеште йыйып бөтөрмөн тимә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарт-ҡоро әкренләп баҡыйлыҡҡа күсә, ә йәштәр район үҙәгенә, төрлө ҡалаларға китеп төпләнә.

Ауылдың йөҙөн, уның тарихын һаҡлап ҡалыу кәрәклеген яҡшы аңлап, Вәрис Әхмәтдин улы ең һыҙғанып эшкә тотона. Ул ауыл тарихын яҙа башлай. Унда ауылға нигеҙ һалыусыларҙың, Тыуған ил һағына баҫыусыларҙың һәм яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың, тырышып донъя көткәндәрҙең исем-фамилиялары теркәлгән. Староста киләсәк быуындар өсөн ысын мәғәнәһендә нәҫел ағасы-шәжәрә төҙәгән.

Былтырғы ваҡиғаларға старостаның яҙмаларында айырым урын бирелгән. Сөнки улар күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырып, ата-бабалары мәңгелек йоҡоға талған ауыл зыяратын тәртипкә килтергәндәр. Ысынлап та, ҙур күләмле эштәр атҡарылған. Күптәр ярҙам ҡулы һуҙған, берәүҙәр - техника менән, икенселәре аҡсалата ярҙам күрһәткән, кемдер ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы киҫеү, таҙартыу буйынса өмәләрҙә, төҙөлөш эштәрендә ҡатнашҡан. Бөтә был эштәр ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы Вәрис Тәйүповтың инициативаһы менән башҡарылған.

- Ниһайәт, йәмле яҙ етте, тимәк, ауылда ла тормош йәнләнер. Тиҙҙән яҡташтар балалары, ейәндәре менән ауылға ҡайтыр, хәтфәләй йәшел сирәмле ялан-ҡырҙарҙа йөрөр, улар менән кәңәшләшеп, булған проблемаларҙы бергәләп хәл итербеҙ, - ти Балҡандың тынғыһыҙ старостаһы Вәрис Әхмәтдин улы.


Староста Вәрис Тәйүпов (уңда) тормош иптәше Рәйсә Насибулла ҡыҙы һәм күршеһе Рәшит Вәлиуллин менән.
Читайте нас: