Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
22 Март 2018, 17:05

Ата-бабаларыбыҙ алдындағы изге бурысты үтәп

Балҡан ауылы халҡы күмәк көс менән зыяратты тәртипкә килтерҙе. Был ҙур булмаған ауыл 20-се йылдар аҙағында, Ниғмәтулланан бер нисә ғаилә ошо матур урынға күсеп килгәс, барлыҡҡа килә.

Балҡан ауылы халҡы күмәк көс менән зыяратты тәртипкә килтерҙе. Был ҙур булмаған ауыл 20-се йылдар аҙағында, Ниғмәтулланан бер нисә ғаилә ошо матур урынға күсеп килгәс, барлыҡҡа килә. Зыярат та шул осорҙа булдырыла.
Ул йылдарҙа ауылда 40-ҡа яҡын ғаилә иҫәпләнһә, хәҙер бында даими йәшәүсе ни бары унға яҡын кеше тороп ҡалған. Йәй көндәрендә, әлбиттә, Балҡан халҡы икеләтә, ә ҡайһы ваҡыт өсләтә артып китә. Ауыл кешеләре был миҙгелде бик ярата. Яҡташтар менән бергә үҙҙәрен күптән борсоған проблемаларҙы хәл итергә мөмкин, ауыл тормошо ла йәнләнеп китә.
Уҙған йәй балҡандар өсөн айырыуса уңышлы булған – ниһайәт, күптән иғтибар талап иткән ауыл зыяратын тәртипкә килтергәндәр. Иң тәүҙә улар бергә йыйылып, өмәләр үткәрергә – зыяратты ағастарҙан һәм ҡыуаҡтарҙан таҙартырға, иҫке ҡойманы яңыға алмаштырырға һәм эш ҡоралдары һаҡлау өсөн бәләкәй бер йорт төҙөп ҡуйырға ниәтләйҙәр. Эшсе ҡулдар, техника һәм аҡса кәрәк булыуын аңлап, балҡандар халыҡтан аҡса йыйырға ҡарар итәләр.
Эштәр йәй буйына барып, ҡара көҙгәсә дауам итә. Тәүҙә балҡандар зыяратты баҫып киткән ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы киҫә, үләнде сабып, иҫке ҡойманы һүтеп ташлай. Сүп-сарҙы шунда уҡ тейәп оҙаталар. Күптәр изге эш өсөн аҡсалата ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерә. Егерме туғыҙ кеше (улар араһында ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә күп) 100 меңдән ашыу аҡса йыйып бирә. Республика ҡаҙнаһынан муниципалитетҡа биләмәне төҙөкләндереүгә, зыярат кәртәләрен капиталь ремонтлауға 80 меңдән ашыу аҡса бүленә. Ошо аҡсаға зыяратты кәртәләүгә материал һатып алалар. “Заря” ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Наил Әминев техника, сваркалау эштәре һәм эшсе ҡулдар бүлеп, ҙур ярҙам күрһәтә.
Тиҙҙән зыярат территорияһы рабица селтәре менән уратып алына һәм алғы яҡтан профнастилдан яңы ҡойма ҡуйыла, бурсанан бәләкәй генә йорт та төҙөп ҡуялар.
- Шуныһы шатлыҡлы, беҙ, оло йәштәгеләр, генә түгел, йәш быуын вәкилдәре лә туғандары һәм яҡындары ерләнгән урындың тәртиптә тотолорға тйешлеген аңлап ҡабул итә, - ти ауыл старостаһы Вәрис Тәйүпов. – Егеттәребеҙ Ринат һәм Рим Сөнәғәтуллиндар, Риф Әхмәтғәниев, Илгиз Мостафин, Илдус Әминев, Рифат Вәлиуллин, Айрат, Фәнис һәм Фәнүр Тәйүповтар һәм башҡа бик күптәр эшкә дәррәү тотондо. Балҡанда йәшәүсе һәр кем был изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Апалы-һеңлеле Зөлфирә һәм Альмира Ғөбәйҙуллиналар торбаларҙы буяны, Зөлфиә Глуходед аҡса йыйыу менән шөғөлләнде. Ә беҙ, ауыл ҡарттары, күршем Рәшит Вәлиуллин һәм мин, кәңәшебеҙ менән булһа ла уларға ярҙам итергә тырыштыҡ. Зыяратты төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! – тине бөтә балҡандар исеменән староста.
Әммә Вәрис ағай, һүҙ менән генә ярҙам иттек тип, шаярта ғына. Балҡан ауылында тыуып үҫкән яҡташтары Ринат Сөнәғәтуллин әйтеүенсә, һикһәнгә етеп барған ауыл аҡһаҡалдары, йәштәргә ата-бабаларҙың изге төйәгенә ниндәй мөнәсәбәттә булырға кәрәклеген күрһәтеп, бөтә халыҡ менән бергә иртәнән кискә тиклем ал-ял белмәй эшләгән.
Читайте нас: