Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
12 Февраль 2018, 13:38

Мырҙағолдар шишмә һыуы эсә

Ҙур юлдарҙан алыҫта, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мырҙағол ауылы бәләкәй ауылдарға ғына хас үҙенсәлекле йәшәү һулышы – гүзәл тәбиғәттең бер өлөшө булыуы, тормоштоң бында башҡа төрлө үлсәмдә барыуы менән генә түгел, ә тырыш һәм уңған халҡы менән дә айырылып тора.

Ҙур юлдарҙан алыҫта, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мырҙағол ауылы бәләкәй ауылдарға ғына хас үҙенсәлекле йәшәү һулышы – гүзәл тәбиғәттең бер өлөшө булыуы, тормоштоң бында башҡа төрлө үлсәмдә барыуы менән генә түгел, ә тырыш һәм уңған халҡы менән дә айырылып тора. Ауылға килеп инеү менән бейек йорттарҙың күркәмлегенә, урамдарҙың һәм йорт алдарының тәртиптә булыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Бында шулай уҡ бөгөнгө тарҡаулыҡ та күҙгә бәрелеп бармай, халыҡ бер-береһенә ышанып, ярҙамлашып йәшәй, сөнки бындай ауылдарҙа, ҡағиҙә булараҡ, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ рухы тантана итә.
Был төбәктән сыҡҡан кешеләр ҙә күңелдәре менән һәр ваҡыт тыуған төйәгенә тартыла. Мырҙағолдар яҡташтары инициативаһы менән ике йыл элек ауылда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил һағына баҫҡан яугирҙәргә һәйкәл асты. Һуңыраҡ улар йәнә бергә йыйылып, ошо иҫтәлекле урынға ҡарағай һәм зәңгәр шыршылар ултыртҡан. Ә күптән түгел Өфөнән ауылдаштарын ошондай матур эштәргә дәртләндергән Тимербай ағай Нуриев, редакцияға шылтыратып, тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәре менән уртаҡлашты.
- Һәр ауылдың ер-һыу атамалары тарихы була, - тип башланы ул һүҙен. – Бәләкәй саҡта беҙ өләсәйем менән шишмә һыуына бара торғайныҡ. Ара яҡын булмағанлыҡтан, был хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Өләсәйҙәребеҙ ошо шишмә һыуын дарыуға тиң, шифалы ти торғайны. Элек ҡәҙерле ҡунаҡтар көткәндә генә самауырға һалған ошо шифалы шишмә һыуын ауылдаштарым хәҙер һәр көндө эсә ала.
Бөгөн Мырҙағолда ни бары утыҙға яҡын йорт иҫәпләнә, унда 50-ләп кеше йәшәй. Социаль объекттарҙан башланғыс мәктәп һәм клуб бар. Коллектив хужалыҡ бөтөрөлгән йылдарҙа ауыл һыуһыҙ тороп ҡала. Кешеләр ҡойо ҡаҙыта, скважиналар быраулай, тик бына һыуҙың сифаты ғына артыҡ ҡәнәғәтләндермәй. Күптән түгел йәнә яҡташтары Нуриевтың инициативаһы, район етәкселеге һәм ауыл хакимиәтенең ярҙамы менән мырҙағолдар үҙҙәрен борсоған көнүҙәк проблемаларҙың береһен – эсәр һыу проблемаһын хәл итте.
Муниципаль берәмек ҡаҙнаһынан бүленгән 100 мең һум аҡсаға торба һатып алғандар, ә соҡор ҡаҙыу (шишмәнән ауылға тиклем уның оҙонлоғо - бер километр) һәм башҡа эштәрҙе атҡарыу өсөн ауыл халҡы аҡса йыйып биргән. Хәҙер шишмә һыуы пластик торбалар буйлап килә. Ҡойо кәртәләп алынған һәм профнастилдан япма ҡуйылған. Ә инициативаны тормошҡа ашырыуҙы староста Ғәлиәскәр Абдулов һәм Миңлеғәзиз Солтанов үҙ ҡулына алған.
...Әңгәмәбеҙ һуңында Тимербай ағай был изге шишмә ауылдың биҙәге һәм ғорурлығы булыр, тигән ышаныс белдерҙе. Ә беҙ сылтырап аҡҡан шишмә тауышы бер ҡасан да тынмаһын һәм уның шифалы һыуы тағы ла бик күптәргә көс-ҡеүәт өҫтәһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Улар араһында Тимербай ағай кеүек, үҙ ауылы яҙмышы өсөн битараф булмаған йәштәр ҙә табылыр, әлбиттә.
Читайте нас: