Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
15 Декабрь 2017, 17:14

Дөйөм тырышлыҡ менән

Зеленый Клинда һыу үткәргес элек тә бар ине, әммә былйылдар эсендә ул бик таушалған: ауыл халҡына һыу етмәгән, уның сифатыла насарланған, тутыҡҡан торбаларҙан ҡайҙан яҡшы һыу килһен инде?

Зеленый Клин ауылында һыу үткәргес элек тә бар ине, әммә был йылдар эсендә ул бик таушалған: ауыл халҡына һыу етмәгән, уның сифаты ла насарланған, тутыҡҡан торбаларҙан ҡайҙан яҡшы һыу килһен инде? Уны ваҡыты-ваҡыты менән өлөшләтә ремонтлағандар, әлбиттә, ә тулыһынса алмаштырырға аҡсалары етмәгән, ҡалған өлөшө тишкеләнеп, иләккә әйләнгән. Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеге килеп тыуғас, ауыл халҡы ең һыҙғанып эшкә тотона. Уларҙың әүҙемлеге менән һыу үткәргесте ремонтлау проекты урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыусылар исемлегенә инә.
Ауылдағы һәр йорттан яңы һыу үткәргескә 500-әр һум аҡса йыйылды. Шулай уҡ бағыусылар – урындағы “Тавричанка” ауыл хужалығы предприятиеһы һәм фермер Вил Ғималетдинов ярҙам ҡулы һуҙҙы. Дөйөм тырышлыҡ менән 79 мең һум аҡса йыйылды, уға муниципалитет ҡаҙнаһынан 30 мең һәм республика ҡаҙнаһынан 74 мең һум да ҡушылды.
Бөгөн ауылда һыу үткәргес тулыһынса полиэтилен торбанан эшләнгән. Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы ярҙамында 321 метр торба алмаштырылды. Ул ғына ла түгел: 220 метр иҫке торба “Реаль эштәр” программаһы буйынса яңыртылды. Шулай итеп, ауылда һыу проблемаһы хәл ителде. Хәҙер беҙҙә һыу үткәргес пластиктан, ул мәңге туҙмаясаҡ, ти шатлығы менән уртаҡлаша ауыл кешеләре.
- Бындай программалар һөҙөмтәһендә халыҡтың әүҙемлеге арта, бер кем дә битараф ҡалмай, - ти биләмә башлығы Тәбрис Ғәйнуллин. – Беҙ, ысынлап та, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындыра алманыҡ, сөнки мәсьәлә киҫкен торҙо. Шунлыҡтан ентекле әҙерләндек, документтарҙы дөрөҫ тултырҙыҡ – мөмкин булған 100 балдан 92-не йыйҙыҡ. Бында эштәр идарасыһы Ләйлә Мәхмүтова һәм белгес Римма Муллагилдинаның өлөшө ҙур. Әммә бында иң мөһиме - ауыл халҡының ярҙамы, бик күптәр был эштә әүҙем ҡатнашты. Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, яҡшы йәшәгең килһә, инициатива күрһәтергә кәрәк.
Красный Клин ауылы халҡы ла был программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Күптән түгел генә ауылға газ ингәйне, хәҙер һыу ҙа кәрәк, ҡалалағы кеүек - һәр йортта йылыһы ла, һалҡыны ла булһын. Күршеләренә ҡарап, улар ҙа яңы скважинаға аҡса йыйырға, бюджеттан ярҙам алып, ауыл тормошон еңеләйтергә пландар төҙөй.
Читайте нас: