Ҡалаларҙа һәм ҙур ауылдарҙа балалар өсөн заманса уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килә башланы. Районыбыҙҙың Ыҫлаҡ ауылында ла көҙөн балалар баҡсаһы эргәһендә ошондай майҙансыҡ булдырылды.
- Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырырға Һамар ҡалаһынан эшҡыуар, яҡташыбыҙ Айҙар Әбүзәр улы Зиннәтуллин ярҙам итте, - ти Ыҫлаҡ ауыл биләмәһе башлығы Марс Мәжит улы Мөхтәсимов. – Бала сағында ул йыш ҡына өләсәһе Вәсилә Саниәхмәт ҡыҙы янына ҡайта ине. Хәҙер инде ауылда уның туғандары ҡалманы, әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул балаларға уйын ҡоролмалары һатып алыуға һәм майҙансыҡты кәртәләргә аҡса бүлде.
Эштәр йәй көнө башланды. Бөтә ауыл халҡы ярҙамға килде, берәү ҙә ситтә тороп ҡалманы. Тәүҙә майҙансыҡты тулыһынса ағастарҙан таҙарттыҡ, дүрт «КамАЗ» булды. Бульдозер менән майҙансыҡты тигеҙләп, ҡом һалдыҡ. Был эштәрҙе Ағиҙел йылғаһы бассейнының һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын эксплуатациялау идаралығы Ыҫлаҡ производство-эксплуатациялау участкаһы етәксеһе Ринат Илдус улы Зиннәтуллин ойошторҙо. Уға бының өсөн ҙур рәхмәт! Күптән түгел генә территорияны йәшелләндереп, майҙансыҡ тирәләй ҡарағайҙар ултырттыҡ.
Беҙ Ыҫлаҡҡа килгән көндө саҡ ямғыр яуып уҙып, ҡояш балҡый ине. Майҙанда бер генә күләүек тә юҡ , сөнки бөтә дымды ҡом һеңдергән. Ҡом бында үҙенә күрә тәбиғи йомшаҡ япма ролен үтәй. Бала йығылһа ла, йәрәхәтләнмәй, был - иң мөһимеҙер, моғайын. Барлыҡ йыһаздар да сертификацияланған, хәүефһеҙлек талаптарына, айырым йәш категорияһына тап килә, эскәмйәләр, ҡомлоҡ, балалар уйын комплексы, бәүелсәктәрҙең үҙ паспорты бар.
Бөгөн Ыҫлаҡ ауылында 176 бала иҫәпләнә, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.