Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Октябрь 2020, 16:44

Эштәр тулы ҡеүәтенә бара

Раевка ауылында “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса эштәр дауам итә

Район үҙәгендәге Дуҫлыҡ урамы, 21 а, 23 а, 34 а, 36 а, 40 а һәм Чкалов тыҡрығы, 1 а адрестары буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттар ихаталары төҙөкләндерелә.

Бында парковка урындары, балалар өсөн уратып алынған спорт-уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, контейнер майҙансыҡтары булдырыу, тренажерҙар, эскәмйәләр, сүп һауыттары, яҡтыртҡыстар, видеокамералар ҡуйыу планлаштырыла.

Тирә-яҡты йәшелләндереү “Башҡортостан ихаталары” программаһының мөһим өлөшө булып тора. Территорияла ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр ултыртыласаҡ.

Бөгөн эштәр тулы ҡеүәтенә бара. Йорт алды майҙансыҡтарына тулыһынса тиерлек асфальт һалынған, бордюрҙар ҡуйыла. Балалар майҙансығына ҡорамалдар урынлаштырыу буйынса эштәр бара, ҡара тупраҡ ҡайтартыла.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.

Читайте нас: