Әлшәй хәбәрҙәре
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Август 2020, 12:30

Гүзәллек донъяһында йәшәй улар

Бар тирә-яҡ гөл-сәскәгә төрөнгән йәмле йәй көндәрендә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге Зауыҡлы биләмәләр йылына арналған “Гөл-баҡсам” онлайн фотоконкурсы иғлан итте.

. Пандемияға бәйле, бәйгенең шарттары бик ябай ине: матурлыҡ яратыусыларға интернет селтәрҙәрендәге үҙ сәхифәләрендә сәскә түтәлдәрен фотоға төшөрөп, #Мойцветник2020культураальшеевскийрайон хэштэгы менән урынлаштырырға тәҡдим ителгәйне.

- Бәйгелә ҡатнашыусылар тамашасылар хөкөмөнә иҫ киткес матур сәскә түтәлдәре фотоһүрәттәрен ҡуйған. Беҙҙе ботаника баҡсаһындағы кеүек ҡатмарлы сәскә композициялары таң ҡалдырҙы, - ти район социаль-мәҙәни үҙәге методисы Алина Сәләхова. – Күптәрҙең баҡсалары аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Һәр кем үҙ ихатаһын ҡыҙыҡлы итеп биҙәргә тырыша.

Айырыуса Ғәйнәямаҡтан Гүзәл Әхмәтйәнова һәм Рәфиҙә Әхмәтйәнованың, Резеда Рәшитова һәм Лилиә Сабированың, Түбән Әүрездән Резида Шәйбәкова, Раевка ауылынан Римма Мортазина, Гөлназ Гәрәева, Фәнүрә Ғәниева, Надежда Шведун һәм Ольга Шатилованың, Тавричанканан Нурия Ҡусҡарова, Аксендан Гүзәл Рәхимова, Наталья Осипова, Зиләрә Мөфтизәнова һәм Альбина Зиннәтуллинаның, Ҡармыштан Ғәлиә Әхтәмованың, Мечниковонан Галина Дрюльченко һәм Флүзә Сөләймәнованың, Яңы Ҡыпсаҡтан Зәлиә Сәмиғуллина, Ҡыпсаҡ- Асҡарҙан Резеда Йосопова һәм Альмира Ғәзизованың, Иҫке Сәпәштән Ирина һәм Зиннур Абдуллиндарҙың, Яңы Сәпәштән Светлана һәм Рәфис Ғәббәсовтарҙың, Ләйсән Килсуринаның, Зеленый Клиндан Филиә Нуретдинованың, Отраданан Гүзәлиә Зиязетдинованың, Нефорощанан Миңлегөл Ғәлимованың, Ниғмәтулланан Гүзәл Әхмәҙишинаның сәскә түтәлдәрен билдәләп үтке килә.

Конкурста хатта бөтә коллектив менән дә ҡатнаштылар. Шафран ауылы һәм Раевка 4-се балалар баҡсаларының, Раевка 2-се мәктәбенең гөл-сәскәгә күмелгән биләмәләре фотоһүрәттәрен күреп бик ҡыуандыҡ.

Ғәжәйеп клумбалар яһап, башҡаларға ла матур өлгө күрһәткәндәре, сағыу тәҫьораттар бүләк иткәндәре өсөн бөтә ҡатнашыусыларға ла сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Читайте нас: