Йома көндө ямғырҙар вәғәҙә иттеләр, шуға ла Раевка ауылында өмәне кесаҙна көндө үткәрергә ҡарар ителде. Таҙалыҡ көндәре райондың башҡа ауылдарында ла уҙҙы.
-Эш планы ҙур, - тип билдәләне Раевка ауыл биләмәһе башлығы Михаил Анатольевич Тимасов. - Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлы буйлап, Дәүләкән районы сигенән алып Шафран ауыл Советына тиклем урман һыҙатын үҫентеләрҙән һәм сүп үләндәренән таҙартырға кәрәк. Сүп сығарыу өсөн дүрт берәмек техника бүленде. Район үҙәгендә барлыҡ ойошмалар һәм предприятиелар ҙа тиерлек өмәлә ҡатнашты. Беҙҙҙең редакция коллективы Төйлән йылғаһы аръяғындағы ҡайынлыҡта эшләне. Участка шаҡтай оҙон, ул бер нисә ойошмаға беркетелгән. Улар - район мәҙәниәт һарайы, китапхана, ЗАГС, телевидение һәм район гәзите хеҙмәткәрҙәре. Эшкә берҙәм тотонғас, посадканы йәш үҫентеләрҙән тиҙ генә таҙартып та ҡуйҙыҡ. Ир-аттар триммер менән бейек үләнде сапты, ағас ботаҡтарын киҫте, ә ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы юл ситенә сығарҙы.
Хәҙер, юл буйлап барғанда, нескә билле йәш ҡайындар аша көнбағыштың һары ҡалпаҡтарын, икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарын күрергә мөмкин. Тыуған яғыбыҙҙың ошо матурлығына ҡарап күңел һөйөнә.