Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Август 2020, 13:00

Сифатлы юлдар күберәк булһын!

Раевка ауылы йылдан-йыл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Парктар төҙөкләндерелә, юл япмалары яңыртыла, ауыл араһындағы юлдарға ваҡ таш түшәлә, тротуарҙар яһала.

Быларҙың барыһы ла шатландыра, әммә эш етерлек әле. Район үҙәген төҙөкләндереүҙең нисек барыуы тураһында һөйләүен һорап беҙ Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы М. А. ТИМАСОВҠА мөрәжәғәт иттек.

- Был миҙгелдә юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. 3 мең квадрат метрға яҡын майҙанда соҡорҙар ямалды. Ленин урамында «Тыуған ил-Әсә» һәйкәле ҡаршыһындағы юл да ремонтланды. Яр буйы, Кусков, Крупская, Некрасов, Комсомолдар, Тыныслыҡ урамдарының, Пионер, Морозов, Дала тыҡрыҡтарының айырым участкаларына ваҡ таш йәйелде. Маршрут транспорты йөрөй торған юлдар буйлап, йәйәүлеләр сыға торған урындарҙа юл тамғалары һыҙылды.

Оҫталар тыҡрығындағы юл ремонтланып, тротуар һалынды, бында бер яҡлы хәрәкәт ойошторолдо. Гагарин, Индустриаль, Карл Маркс, Коммунистик, Крупская һәм Азатлыҡ урамдарында йәйәүлеләр өсөн юлдар барлыҡҡа килде. Баҡса урамында гимназия һәм 6-сы балалар баҡсаһы араһында асфальт йәйелде, бында автомобилдәр өсөн туҡтау урыны ла булдырылды. Беренсе Май урамында ла тротуар һалынды, унда ла хәҙер хәрәкәт шулай уҡ бер яҡлы.

Космонавтар, Коммунистик, Медиктар, Интернациональ урамдарында, Коммунистик урамынан алып Киров урамына тиклемге участкала Мәктәп һәм Щербаков тыҡрыҡтарындағы юлды ремонтлау дауам итә. Төҙөлгән контракт нигеҙендә, эштәр өс йыл дауамында башҡарыласаҡ.

Күп эштәр башҡарылды, алда шулай уҡ эшләнәһе эштәр байтаҡ. Тротуарҙар төҙөү планлаштырылған, юлдарға ваҡ таш түшәү һәм асфальт һалыу дауам итәсәк. Һалымдар ваҡытында түләнһә, былар барыһы ла мөмкин буласаҡ. Дөйөм алғанда, ауыл советы буйынса түләнмәгән һалым 4 миллион һумдан артыҡ тәшкил итте. Халыҡ был проблемаға аңлы ҡарар, тип ышанам. Ауылыбыҙ йылдан-йыл тағын да күркәмләнһен, сифатлы юлдар һәм тротуарҙар күберәк булһын!

Читайте нас: