Был йәһәттән беҙҙең районда нәмәләр эшләнеүе тураһында район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге муниципаль торлаҡ инспекторы – баш белгесе Вероника Афанасьева һөйләй.
-Беҙҙең районда 112 күп фатирлы йорт (253 подъезд) бар, шуларҙың 86-һына, ә был – 190 подъезд, ремонт талап ителә. 2020 йылда күп фатирлы алты йортта (14 подъезд) ремонт үткәреү планлаштырылған ине. Әммә коронавирус пандемияһына бәйле, дәүләт ярҙамы саралары кәмене. Әле республика һәм урындағы бюджеттанн 1 млн 413 мең һум аҡса бүленде. Был аҡсалар яңы тышҡы ишектәр, тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар урынлаштырылған, алғы ишектәрҙең япмаһын ремонтлауға тотонолдо. Беренсе ҡаттағы иҙәнгә керамик плита йәйелде. Подъездарҙа стеналар, ҡултыҡсалар, люктар, рәшәткәләр буялды. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, буяу төҫтәрен йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайланы, - ти Вероника Петровна.
Быйыл Раевка ауылының Переезд урамы, 8 а, Киров урамы, 96 а, Чкалов урамы, 1 а адрестары буйынса күп фатирлы өс йорттоң алты подъезы ремонтланған. Генераль подрядсы булған “Промтехстрой” йәмғиәте “Прогресс” субподряд ойошмаһы менән килешеү төҙөгән. Бөгөн эштәр тамамланған. Ремонт эшләнгән өс йортта йөҙҙән артыҡ кеше йәшәй.