Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июль 2020, 21:10

Районда тағы бер мәсет төҙөлә башланы

Ауыл халҡы Аллаһ йорто төҙөү тураһында күптән хыяллана. Аҡһаҡалдар әйтеүенсә, революцияға тиклем ауылда мәсет булған, әммә шул дәүерҙең эҙемтәләре Ибрайҙы ла урап уҙмаған. Манараһын алып ташлағас, мәсетте ауыл клубына әйләндерәләр. Бина был сифатта тағы оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә әле.

Быйыл ибрайҙар уйлаған ниәттәрен тормошҡа ашырырға етди тотона. Мәсетте элекке урынында тергеҙергә ҡарар итәләр. Төҙөлөш эштәре яҙ еткәс тә башлана. Барыһы бергә нигеҙен күтәреп, бура бурайҙар. Уны Еникеевтар ғаиләһе хәйриә йөҙөнән бүләк иткән. Шулай уҡ Бакировтар, Ҡотлозамановтар ғаиләләре ҙур ярҙам күрһәткән.

- Ата-бабаларыбыҙ диндар кешеләр булған, улар араһында дин әһелдәре лә бар. Ибрай мәсетенең һуңғы муллаһы олатайыбыҙ Миңлебай Әхмәтйән улы булған. Шуға ла мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу беҙҙең ғаилә өсөн – изге бурыс һәм уның яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү ул, - ти Еникеевтарҙың ғаилә башлығы һәм Ибрай ауыл Советы башлығы Рәфис Рәшит улы Еникеев.

Ибрай халҡының изге башланғысын Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Алыҫ Себер яҡтарында һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа хуплап ҡаршы алды. Күптәр ярҙам итергә теләк белдерҙе. Бәхеткә күрә, ауылда оҫта ҡуллы егеттәр бихисап. Улар: Рәүис Ҡотойов, Самат Еникеев, Хәниф Ҡотлозамановв, Дамир Хөсәенов. Ауылда йәнә аҙан тауышы яңғырауын ишетергә теләгән башҡалар ҙа уларға ярҙамға килә.

Читайте нас: