Республиканың ҡала һәм ауылдарын күркәмләндереү йәһәтенән ҡоймалар яңыртыла, газондар, тротуарҙар булдырыла, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, шулай уҡ өмөләр үткәрелә. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү сараларынан беҙҙең район халҡы ла ситтә ҡалмай. Һәр ауылда аҙна һайын Таҙалыҡ көндәре үткәрелә. Кешеләр өмәгә сыға, йыйылыштар үткәрә, унда төҙөкләндереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарай.
Ошо көндәрҙә Ким ауылында ла граждандарҙың сираттағы йыйылышы булып уҙҙы. Ауыл халҡы төрлө мәсьәләләр – ҡоймаларҙы йүнәтеү, ташландыҡ йорттарҙы ҡарау, юлдар торошо, быуаларҙы төҙөкләндереү кеүек һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе хәл итте. Шулай уҡ был көндө ауыл старостаһын да һайланылар. Был эште Альберт Һиҙиәтуллинға йөкмәттеләр.