Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Июнь 2020, 21:00

Зауыҡлы биләмәләр йылында

Беҙҙең районда төҙөкләндереү эштәре нисек бара, ниҙәр эшләнде һәм нимәләрҙе тормошҡа ашыраһы бар, был хаҡта район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил Хәйретдинов яуап бирҙе.

Билдәле булыуынса, республикала быйылғы йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы, тип иғлан ителде, уның төп маҡсаты – ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш булдырыу. Беҙҙең районда төҙөкләндереү эштәре нисек бара, ниҙәр эшләнде һәм нимәләрҙе тормошҡа ашыраһы бар, был хаҡта район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил Хәйретдинов менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Наил Әхмәт улы, һуңғы йылдарҙа, һәм быны, моғайын, һәр нәмәгә ҡәтғи һәм талапсан ҡараған кешеләр ҙә билдәләп үткәндер, төҙөкләндереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Ихаталар тәртипкә килтерелә, юлдар ремонтлана, тротуарҙар һалына, балалар майҙансыҡтары төҙөлә. Ниһайәт, көтөп алынған бассейн сафҡа инде, уның территорияһында фонтан, ял һәм күңел асыу урындары булған заманса парк төҙөлә.

- Уҙған йылдан башлап республикала һәм районда подъездарҙы ремонтлау, ихата һәм йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү буйынса күләмле эштәр алып барыла, бер нисә программа бойомға ашырыла, уларҙың бурысы – халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса районда планлаштырылған әһәмиәтле проекттарҙың береһе булып «Йәштәр» паркын булдырыу тора. Балалар майҙансығы, фонтан, йәштәр өсөн ял итеү зоналары, сәхнә майҙансығы, ғөмүмән, барыһы ла комплекслы төҙөкләндереләсәк. Халыҡ һорауы буйынса һыу башняһын да ҡалдырырға ҡарар иттек, ул район эшҡыуарҙарына ял ойоштороу өсөн тапшырыласаҡ (әйтәйек, йәйге кафе). Дөйөм алғанда, был территория төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итеүсе үҙенсәлекле ял итеү урыны булырға тейеш. Паркты төҙөкләндереү буйынса эштәргә Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе заказ бирә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" районда беренсе йыл ғына тормошҡа ашырылмай - 2019 йылда әлеге программа буйынса мәҙәни һәм ял паркы төҙөкләндерелде. «Берҙәм Рәсәй» партияһы башланғысы менән балаларҙы юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн автоҡаласығы булған майҙансыҡ төҙөлдө. Бында йәйәүлеләргә юл аша сығыу урыны, светофорҙар, юл билдәләре ҡуйылған, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн дәрестәр алып барыла. Эштәрҙең хаҡы 2,5 млн һум тәшкил итте. Шулай уҡ әлеге программа аҡсаһына «Тыуған ил - Әсә» мемориалы, Шафрандағы Туғандар ҡәберлеге, Аксенда Еңеү паркы ремонтланды.

Киләһе йылға Раевка ауылындағы Медиктар урамында һәм Шафран ауыл Советы хакимиәте биләмәһендә ике йәмәғәт территорияһы төҙөкләндереләсәк.

- Районда "Башҡортостан ихаталары" программаһы ла әүҙем бойомға ашырыла.

- Эйе, бер йыл элек республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында йорт алды территорияларын төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса ҙур күләмле программа эшләй башланы. Былтыр районда 24 подъезд ремонтланды һәм биш йорт алды төҙөкләндерелде. Быйылға ла күп эштәр планлаштырылған. Шуны әйтергә кәрәк, бөгөн Дуҫлыҡ урамы, 21а, 23а, 34а, 36а, 40а һәм Чкалов тыҡрығы, 1а адресы буйынса күп фатирлы йорттар ихаталары төҙөкләндерелә. Уҙған йыл ошо йорттарҙа йәшәүселәр иҫке ҡаралты-ҡураларҙы һүткән, улар урынына балалар өсөн, тренажер, контейнер һәм кер элеү майҙансыҡтары, газондар, тротуарҙар, юлдар һәм парковка йыһазландырыласаҡ. Әлеге ихаталарҙы төҙөкләндереүҙең үҙенсәлеге шунда: бер үк ваҡытта юлдарҙы ремонтлау һәм тротуарҙар һалыу ҙа алып барыласаҡ. Бөгөн майҙансыҡты асфальтлауға әҙерлек бара, бордюрҙар һалына. Төҙөкләндереү эштәренең күләме 10 млн һум тәшкил итәсәк.

Киләһе йылға «Башҡортостан ихаталары» программаһына Переезд урамы, 2а, 8а һәм Яңауыл урамы, 1г адрестары буйынса күп фатирлы йорттарҙың ихата территориялары индерелгән. Раевка ауыл Советы унда йәшәүселәр менән алдан йыйылыштар үткәрә, унда ниндәй эштәр башҡарыласағы, төҙөкләндереү талап ителгән урындар һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.

- Торлаҡ пункттарҙың төҙөклөгөн баһалауҙа юлдар торошо иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был йәһәттән эштәр нисек бара?

- Уҙған йыл Магистраль, Тракт, Кусков, Кесе Ленин, Дзержинский, Карл Маркс, Киров, Переезд, Гагарин, Индустриаль, Космонавтар урамдары буйынса күләмле эштәр атҡарылһа, был миҙгелгә лә пландар ҙур. Бөгөн Раевка ауылының Космонавтар, Коммунистик, Интернациональ, Медиктар, Мәктәп, Кусков урамдары, Оҫталар тыҡрығы буйынса юлдар ремонтлана. Шулай уҡ гимназия һәм 6-сы балалар баҡсаһы биҫтәһендә лә эштәр башланды. Был участкала юл яңыртылып ҡына ҡалмай, парковка һәм тротуарҙар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Һарай ауылының Болон урамындағы юлға ваҡ таш түшәү, Әбделкәримгә, Отрадаға ингән юлға, шулай уҡ Ташлы ауылы юлдарына ремонт яһау планлаштырылған.

Бынан тыш, район үҙәге, Шафран һәм башҡа ауыл урамдары, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа соҡорҙар ямалды. Шуны билдәләп үткем килә, тротуарҙар төҙөлөшө лә дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта федераль программала ҡатнашыу өсөн тап бына ошо мәсьәлә буйынса проект документтары әҙерләнә.

- 2020 йылда республика ҡала һәм ауылдарын үҙгәртеү дүрт төп йүнәлеште үҙ эсенә ала, шуларҙың береһе – урамдарҙы яҡтыртыу.

- Был йәһәттән яңыртыу эштәре дауам итә. Былтыр район үҙәге урамдарында һәм ун ауыл биләмәһенең 27 ауылында яҡтыртыу саралары ремонтланды. Киләһе йылға Никифар һәм Аксен ауыл биләмәләрендә ремонт эштәре планлаштырылған.

- Наил Әхмәт улы, эсәр һыу менән тәьмин итеүҙең сифатын күтәреү программаһы тураһында, унда ҡатнашыусылар иҫәбендә беҙҙең район да бар, бер ни тиклем әйтеп үтегеҙ әле. Был беҙгә нимә бирәсәк?

- Эйе, беҙҙең район Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк программаһында ҡатнашыусы булды. Уның һөҙөмтәһендә беҙҙә эсергә яраҡлы һыуҙы таҙартыу станцияһы төҙөләсәк. Таҙартыу системаһынан тыш, Ҡармыш һыу алыу яйланмаһынан алып район үҙәгенә тиклем һыу үткәргес һуҙыу ҡаралған.

Беҙгә станция нимә бирәсәк? Эсәр һыуҙың татырлығы бөтөрөләсәк, тимәк, уның сифаты ла яҡшырасаҡ, һыу санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләргә һәм нормаларға тап киләсәк. Шуны ла билдәләп үтке килә, бөгөн проект тормошҡа ашырыла башланы, проектлау эштәре тамамланды. Объекттың хаҡы 224 миллион һумға баһалана, төҙөлөштө тамамлау 2022 йылға планлаштырылған.

- Билдәле булыуынса, беҙҙең районда ҙур инвестицион проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. «Башҡортостан бройлеры»ның икенсе сираттағы төҙөлөшө, Ҡыҙыл ауыл биләмәһе территорияһындағы сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшө нисек бара?

- Уҙған йыл ҡошсолоҡ комплексы проекттың икенсе сиратын ғәмәлгә ашыра башланы, был етештереү күләмен йылына 30 млн йомортҡанан 90 миллионға тиклем арттырасаҡ. 2023 йылға тиклем барлығы 24 корпус төҙөлөргә тейеш. 2020 йылда - ҡош-ҡорт ҡайтартыу һәм 2022 йылда икенсе сираттың тулы проект ҡеүәтенә сығыу – йылына 115 млн йомортҡа етештереү планлаштырыла. Бөгөн эштәр өс майҙансыҡта алып барыла.

Шулай уҡ сусҡа ите етештереүсе иң эре предприятиеларҙың береһе булған «Урал ит компанияһы» Ҡыҙыл ауыл биләмәһе территорияһында заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөү проектын ғәмәлгә ашыра. Быйыл объектты төҙөп бөтөрөү планлаштырыла. Бынан тыш, “Башҡортостан ит компанияһы” (ул “Таврос” компаниялар төркөмөнә инә) Раевка “Әлшәй-ит” ит комбинатын яңыртырға планлаштыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 384 млн һум тәшкил итә, предприятиела 190 кеше эшләйәсәк.

- Яңы Сәпәш ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт тамамланамы әле?

- Эйе, хәҙерге ваҡытта ремонт тамамланған тиерлек, ваҡ-төйәк эштәр генә ҡалған. Капиталь ремонт уҙған йылдың авгусында башланды, бинаны тергеҙеү өсөн республика 9 млн һум аҡса бүлде. Төҙөүселәр мәҙәниәт усағына икенсе һулыш өрҙө тиһәң дә була. Шулай уҡ быйыл Мырҙағол ауылында йәшәүселәр ҙә үҙ көстәре менән ауыл клубы түбәһен алыштырҙы.

- Киләсәккә ниндәй ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу күҙаллана?

- 2021 йылда Раевка ауылының 16-сы биҫтәһендә 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшөн башларға ниәтләйбеҙ. Объект «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә төҙөләсәк. Проект документтары дәүләт экспертизаһын үтте. Яңы мәктәптең хаҡы 400 млн һумға иҫәпләнә. Был программа буйынса быйыл Раевка, Шафран, Аксен ауылдарында контейнер майҙансыҡтары төҙөкләндереләсәк, Раевкала наймға бер квартилы торлаҡ йорт төҙөләсәк.

Республиканың адреслы инвестиция программаһы буйынса Ҡаран ауылына газ үткәреләсәк. Бынан тыш, 20-се микрорайонға газ үткәреү эштәре тамамланып килә. Хәҙерге ваҡытта 21-се микрорайонға газ үткәреү һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса проект эштәре алып барыла.

- Наил Әхмәт улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереүҙә уңыштар теләйбеҙ һәм 2020 йылды район халҡы битлек режимында ғына түгел, зауыҡлы йыл итеп тә хәтерҙә ҡалдырһын ине.

Читайте нас: