Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Июнь 2020, 21:00

Беҙ таҙа ярҙар өсөн!

Ошо көндәрҙә Раевка ауылы эргәһендәге Дим йылғаһы буйында “Таҙа яр” тип аталған экология акцияһы уҙҙы

Традиция буйынса был сара һыу инеү миҙгеле алдынан һәм тамамланғас үткәрелә.

- Йәмле Дим буйҙары – әлшәйҙәрҙең һәм район ҡунаҡтарының ял итергә яратҡан урындарының береһе. Ирекмәндәр һәм активист-йәш гвардиясылар бирсәткәләр кейеп тирә-яҡтан пластик стакандар, шешә ватыҡтары, пакеттар һәм башҡа бик күп көнкүреш сүп-сарын йыйҙы. Был акция йылға ярҙарын таҙартыу ғына түгел, йәмәғәтселектең экология, граждандарҙың тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашы буйынса мәсьәләләргә иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында үткәрелә.

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ йылға буйын тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, сөнки был тәү сиратта үҙебеҙ өсөн кәрәк, - ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.

Ирина ВЛАДИМИРОВА яҙып алды.

Читайте нас: