Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Июнь 2020, 20:00

Киләһе йыл ниндәй йыл буласаҡ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив киңәшмәлә киләһе 2021 йылды "Юлдар йылы" дип иғлан итергә ҡушты.

Был хаҡта төбәк етәксеһе оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

- Муниципаль райондар башлыҡтарына һорау бирәм : районда иң насары нимә? Барыһы ла тиерлек "юлдар" дип яуап бирә. Был, ысынлап та, ҙур проблема. Беҙгә килә торған мөрәжәғәттәрҙең эстәлеген анализланыҡ, беренсе урында – юлдар. Шул уҡ ваҡытта, ысынлап та, соҡорҙарҙы ремонтлау системаһын яйға һалабыҙ һәм алға табан да быны эшләйәсәкбеҙ.

Мин Хөкүмәткә финанс блогын, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын йыйырға һөйләшергә ҡушам, һәм киләһе йылды беҙгә "Юлдар йылы" дип иғлан итергә кәрәк,тип уйлайым. Тәртип урынлаштырырға кәрәк. Быны хәл итеүҙең юлы бер - аҡса табыу, федераль үҙәк менән эшләү һәм беҙҙең Юл фондын арттырыу , - тине ул.
Читайте нас: