Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Май 2020, 14:00

Ауылдарға интернет ҡасан килеп етер?

Интернет кеше һаны 250-нән кәм булмаған ауылдарға үткәреләсәк.

Министр Геннадий Разумикин был мәсьәлә буйынса билдәле сымһыҙ бәйләнеш операторы менән берлектә эшләгән проектты сираттағы “Инвестиция сәғәте”нең береһендә ҡарарға тәҡдим итте. Финанстарҙы 60/40 нисбәттә бүлеү күҙаллана. Сығымдарҙың ҙурыраҡ өлөшөн – дәүләт, ҡалғанын инвестор үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Тормошҡа ашырыу ваҡыты – бер йыл.

Геннадий Разумикин белдереүенсә, милли проект буйынса социаль әһәмиәттәге объекттарҙы һанлаштырыу менән шөғөлләнгән операторҙар халыҡты интернет менән тәьмин итмәй. Ялыуҙар башлыса сүс-оптика үткәргесе булған, тик өйҙәргә инеп етмәгән ултыраҡтарҙа йәшәгән йәки ҡеүәт етмәгәндән интернетлы була алмаған кешеләрҙән килә. Ведомство тап ошондай хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү яҡлы. Интернет кеше һаны 250-нән кәм булмаған ауылдарға үткәреләсәк.

Министрлыҡ белгестәре интернетты сүс-оптика үткәргесе булған һәм интернет йорттарҙың 50 проценттан күберәгенә үткән, шул уҡ ваҡытта артабан кешеләргә бүлеү мөмкинлеге булмаған ултыраҡтарҙы тәьмин итеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләй.

Бындай хәлдә республиканың 273 ауылында йәшәгән 96 мең кешеһе (35,5 мең йорт) ҡалған. Дөйөм алғанда сүс-оптика үткәргесе булған, тик селтәрһеҙ 914 ҙур булмаған ултыраҡта 329 мең кеше йәшәй. 27 урында инфраструктура бөтөнләй юҡ. 887-һендә иҫкергән ADSL селтәре генә бар, әле уның менән файҙаланып булмай. Тик 15 ауыл ғына GPON мәғлүмәт тапшырыу селтәре менән тәьмин ителгән.

Фото: yandex.ru



Читайте нас: