Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Облачно
Төҙөкләндереү
16 Марта 2020, 07:15

Йәшәгән еребеҙ таҙа һәм күркәм булһын

Март уртаһы. Көндәр ҡояшлы, йылы. Ҡар иреп бөтөп бара һәм... бөтә ерҙә сүп-сар туҙып ята.

Тимәк, ауылдарҙа тәртип урынлаштырыр ваҡыт етте. Таҙалыҡ көндәре сиктәрендә район үҙәгендә тәүге санитария көнө уҙҙы. Предприятиелар эшселәре ҡар өйөмдәрен таратты, ойошмалар эргәһендәге территорияны сүп-сарҙан, ҡоро-һарынан таҙартты.
- Республика Башлығы указына ярашлы, район үҙәгендә һәр аҙна йома көндө 15 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем санитария көндәре уҙғарыласаҡ, - тип хәбәр итте Раевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Килсурин – Әйҙәгеҙ, бергәләп ауылыбыҙҙа тәртип урынлаштырайыҡ, уны таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Читайте нас