Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Март 2020, 15:50

Башҡортостанда таҙалыҡ көндәре

Йылдан-йыл районыбыҙ күркәмләнә бара.

Яҙ етеү менән бөтә халыҡ урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартырға сыға. Районыбыҙҙағы был матур традиция республика Башлығы Радий Хәбировҡа ла оҡшаны.
«Беҙ ҡайһы бер муниципалитеттарҙың, атап әйткәндә, Учалы һәм Әлшәй райондарының тәжрибәһен өйрәндек. Унда һәр предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә беркетелгән территорияны йыйыштырыу өсөн бер сәғәт ваҡытын бүлә, - тип белдерҙе Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә Радий Хәбиров. - Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, Учалы – бөгөн бик таҙа һәм матур ҡала. Был тәжрибәне беҙ бөтә республикаға таратырға булдыҡ. Быға иғтибар артасаҡ».
Республика Башлығы указына ярашлы Башҡортстанда Таҙалыҡ көндәре үткәреләсәк. Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципалитеттар Башҡортстандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнашлығында урамдарҙы, юлдарҙы, парктарҙы һәм башҡа территорияны таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса саралар планын тәҡдим итергә тейеш. Таҙалыҡ көндәрен, кәм тигәндә, айынаа ике тапҡыр үткәрергә кәңәш ителә.
Махсус ойошмалар, үҙ сиратында, юл буйҙарындағы урман һыҙаттарында ҡороған ботаҡтарҙы сығара, ҡороған ағастарҙы киҫә һәм ташый, шулай уҡ юл ситенән сүп-сар йыясаҡ.
Киләһе аҙнала - 18-20 мартта республикала тәүге таҙалыҡ көндәре үтәсәк. 16 марттан территорияларҙы йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.
Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә бөтәһе өс дөйөм республика өмәһе - 18 апрель, 4 июль һәм 3 октябрь, шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнө, «Йәшел Башҡортостан» һәм 2 май - Хәтер һәм хөрмәт көнө дөйөм республика акцияларын үткәреү планлаштырыла.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Читайте нас: