Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Апрель 2019, 12:22

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль программалар

Дәүләт иҫәбенә йорт төҙөүгә субсидиялар кемдәргә бирелә, республикабыҙҙа ниндәй программалар эшләй һәм уларҙа нисек ҡатнашырға?

Район хакимиәтенең торлаҡ мәсьәләләре буйынса инспекторы З. Р. ВӘЛИШИНА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” - ауыл халҡына социаль ярҙам күрһәтеүсе ҙур программаларҙың береһе һәм ул беҙҙең районда ла уңышлы бойомға ашырыла. Зөлфиә Рәйес ҡыҙы, ошо программа хаҡында ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
- Был проекттың маҡсаты - ауыл ерендә йәшәүсе халыҡтың тормош сифатын күтәреү. Программа сиктәрендә бирелгән социаль түләүҙе йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә, шул иҫәптән элек башланған төҙөлөштө тамамлауға, йортҡа төкәтмә төҙөүгә, шулай уҡ ауыл ерендә торлаҡ йорттар (квартиралар) өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыуға файҙаланырға мөмкин.
Субсидиялар ауылда даими йәшәгән һәм эшләгән, рәсми рәүештә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылған, торлаҡ төҙөү (һатып алыу) хаҡынан сығып, кәмендә 30 процент үҙ аҡсаһы йәки заем средстволары булған граждандарға бирелә.
Ошо шарттар күҙәтелгәндә район хакимиәтенә ғариза һәм тейешле документтар тапшырырға мөмкин.
- Бынан тыш, йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр ҙә социаль түләү алыу хоҡуғына эйәме?
- Эйе, проектта йәш белгестәр һәм йәш ғаиләләр (ғариза биреүсенең йәше уны тапшырыу ваҡытына 35 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш), ата-әсәнең береһе генә һәм бер йәки унан да күберәк бала (шул иҫәптән уллыҡҡа алынған) йәшәгән тулы булмаған ғаиләләр ҙә ҡатнаша ала. Уларға ла шундай уҡ шарттар ҡаралған.
Дәүләт ярҙамының күләменә килгәндә иһә, ул һәр осраҡта шәхсән билдәләнә һәм ғариза биреүсе күрһәткән параметрҙарға һәм төбәктә ҡабул ителгән нормативтарға бәйле.
- Зөлфиә Рәйес ҡыҙы, “Йорт комплекты” программаһы ла бар. Ул нисек эшләй?
- “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды” коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан йыллығы 5 процент менән биш йылға льготалы аҡсалата заем бирелә. Займ бүлеү өсөн тикшереүгә төҙөлөштөң әҙерлек стадияһынан алып уны тамамлағанға тиклем төрлө этаптарында йорт төҙөү буйынса проекттар ҡабул ителә.
Программала ҡатнашыу өсөн шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылыу, торлаҡ төҙөүгә рөхсәт биреү документтары, займ түләү өсөн етерлек средстволар булыуы талап ителә.
- Быйыл 1 марттан республикала торлаҡ-төҙөлөш һаҡланмалары программаһы яңынан эшләй башланы. Әгәр элек унда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға рәсми рәүештә сиратта торғандар ғына ҡатнашҡан булһа, хәҙер иһә һәр кемгә ошондай хоҡуҡ бирелә.
- Эйе. Был программа ике этапта: аҡса туплап һәм кредит алып торлаҡлы булыуҙы күҙ уңында тота. Тәүҙә һеҙ Һаҡлыҡ банкында асылған иҫәп-хисап счетында торлаҡ хаҡының бер өлөшөн түләүгә аҡса йыяһығыҙ, йәғни ай һайын 3 меңдән алып 10 меңгә тиклем аҡса күсерәһегеҙ, ә дәүләт был иҫәпкә һеҙ һалған сумманың 30 проценты күләмендә бюджет премияһы күсерә. Аҡса йыйыу осоро тамамланғас, уның өс йылдан алып алты йылға тиклем булыуы мөмкин, һеҙгә йыллығы 6-7 процент льготалы ставка буйынса ипотека алыу мөмкинлеге бирелә.
Был программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Раевка ауылының Һаҡлыҡ банкы бүлексәһендә алырға мөмкин. Ә “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” һәм “Йорт комплекты” программаларында ҡатнашыу буйынса район хакимиәтенә 22-се кабинетҡа шәхсән миңә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүе буйынса, республикала йәшәүсе 638 ғаиләгә ошо көндәрҙә "Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар бирелә. Улар араһында әлшәйҙәр ҙә бар. Әгәр былтыр торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға сертификаттар ун бер ғаиләгә тапшырылһа, быйыл иһә ошо уҡ программа буйынса дәүләт ярҙамын ун өс кеше алды.
Читайте нас: