Әлшәй хәбәрҙәре
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Апрель 2019, 14:50

Һыуыҡта – һалҡын асфальт

Юлдарҙы ремонтлауҙың бындай экспресс-ысулы район үҙәгендә ҡулланыла.

Ғәҙәттәгесә, март урталарында, юлдарҙа ҡар ирегәс, Раевка ауыл биләмәһе бригадаһы юлдарҙы ремонтлауға төшә. Ауыл Советында быйылғы миҙгелгә ентекле әҙерләнгәндәр. Юлдың машиналар йөрөгән өлөшөнә дефектовка үткәрелгән, юл карталары төҙөлгән һәм смета документтары әҙерләнгән.
- Соҡорҙарҙы ремонтлауға ете тонна һалҡын асфальт һатып алдыҡ. Бөгөн Медиктар, Интернациональ, Индустриаль, Гагарин, Космонавтар, Киров, Коммунистик урамдарында, Оҫталар тыҡрығында ремонт эштәре башҡарылды. Соҡорҙарҙың иң тәрәндәре, хәрәкәт өсөн хәүеф тыуҙырғандары ғына ямала. Төп ремонт эштәре апрель уртаһынан башланып, июнгә тиклем дауам итәсәк, - ти Раевка ауыл биләмәһенең торлаҡ-коммуналь хужалығы инспекторы Миңлеғәлим Әхмәтшин.
Коммунистик урамында эштәр тулы ҡеүәтенә бара. Асфальт һалғансы, эшселәр соҡорҙарҙы ентекләп өрҙөрә, пропан горелкаһы менән киптерәләр, шунан ғына асфальт-бетон ҡатнашмаһы тултырыла. Юлсылар әйтеүенсә, ремонт эштәре еренә еткереп башҡарыла. Ҡайһы берәүҙәрҙең асфальт туранан-тура һыулы соҡорҙарға һалына тигән һүҙҙәрен улар кире ҡаҡты. Ышанмағандар һалҡын асфальттың нисек һалыныуын үҙҙәре килеп тикшереп ҡарай ала, тине эшселәр. Ауыл Советы инспекторы әйтеүенсә, был бригада беренсе йыл ғына эшләмәй һәм улар үҙ бурыстарын яҡшы белә.
Йыл һайын район үҙәгендә юлдарға капиталь ремонт та яһала. Быйыл Киров (Мәктәп тыҡрығынан Магистраль урамына тиклем) һәм Медиктар урамдарында асфальт һалыу күҙаллана.
Читайте нас: