Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Ғинуар 2019, 12:03

Подъездар яңыртыласаҡ

Быйыл Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инициативаһы менән күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы старт алды.

- Алты йылда республикалағы бөтә подъездарҙы ремонтларға ниәтләйбеҙ. Был йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ремонт эштәрендә ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем, шул ваҡытта подъездарҙа ла тәртип булыр. Шуға күрә дөйөм йыйылыштарҙа граждандар үҙ подъездарында нимә эшләргә кәрәклеген һәм ниндәй төҫкә буярға теләүҙәрен үҙҙәре хәл итә аласаҡ, - тине яңы проект тураһында бәйән итеп Радий Хәбиров.

2019 йылда ағымдағы ремонт талап ителгән подъездар исемлеге раҫланды.

- Күп фатирлы йорттарҙың подъездары Федераль закон буйынса төбәк операторының капиталь ремонтлау программаһына индерелмәгәнлектән, беҙҙең районда ла күп кенә подъездарға ремонт талап ителә, - ти район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге баш белгесе Вероника Афанасьева. – Быйыл республика программаһы буйынса Раевкала 9 йорттоң 19 подъезы яңыртыласаҡ.

Программала ҡатнашыу тураһында ҡарар милекселәрҙең дөйөм йыйылышында ҡабул ителәсәк. Атап әйткәндә, подъездарҙы ремонтлау буйынса финанслауҙа өлөшләтә ҡатнашыу тураһында һөйләшергә, иң юғары хаҡ сиктәрендә (1-5 ҡатлы йорттарҙағы бер подъезды ремонтлауға 124-220 мең һум билдәләнгән) эш төрҙәрен һәм күләмен раҫларға, эштәрҙе контролдә тотоу һәм ҡабул итеүгә вәкәләтле вәкил һайларға кәрәк.

Мотлаҡ эштәр исемлегенә подъездарға инеү ишектәрен, стеналар, түшәмдәр һәм иҙәндәрҙе ремонтлау, тәҙрәләрҙе, почта йәшниктәрен яңыртыу, яҡтыртҡыс приборҙарҙы энергия һаҡлаусы лампочкаларға алмаштырыу, видеокүҙәтеү йыһазы ҡуйыу индерелгән. Шулай уҡ сарлаҡҡа инеү ишектәрен алмаштырыу ҙа күҙаллана, - тип аңлатты Вероника Петровна.

Әгәр театр элгестән башланһа, фатир иһә - дөйөм ҡулланыу урынынан.

Бысраҡ, йәмһеҙ стеналар, ҡыйшайған ишектәр һәм ватыҡ тәҙрәләр, ысынлап та, йорт күренешен боҙа. Яңы программа тап ошо хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уның төп асылы шунда - халыҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итһен, үҙен милексе итеп тойһон һәм дөйөм милеккә – подъезға һаҡсыл ҡарашта булһын.

Фото: Яндекс

Читайте нас: