Ихата “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелде. Объектты асыуҙа ошо йорттарҙа йәшәүселәр, хакимиәт һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Н. Ә. Хәйретдинов, муниципаль район Советы секретары Ш. Ш. Сәлимов һәм Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы М. А. Тимасов ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙе ҡотлап, проектты ғәмәлгә ашырыуҙың бөтә этаптарында әүҙем ҡатнашҡан фатир хужаларына, подряд ойошмаһына рәхмәт белдерҙе.
Хәбәр итеүебеҙсә, бында йорт алдына асфальт түшәлде, машиналар туҡтау урыны төҙөкләндерелде, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйылды. Төҙөкләндереүҙең бөтә этаптарына район һәм ауыл биләмәһе хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе контроллек итте.
Район үҙәгендә программаны бойомға ашырыу эше дауам итә. Тиҙҙән күп фатирлы йорттарҙың башҡа ихаталары ла матур һәм күркәм буласаҡ. Ә был ихата территорияһын тәртипкә килтереү – инициатива күрһәткән граждандарҙың һәм власть вәкилдәренең төҙөкләндереү мәсьәләһен берлектә һәм һөҙөмтәле хәл итеүенең яҡшы өлгөһө ул.