Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Июль 2018, 12:31

Проект – ғәмәлдә, йәки район үҙәгендә йорт ихаталары нисек үҙгәрә

Хәбәр итеүебеҙсә, йорт алдарын һәм йәмәғәт территорияларынэтаплап төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән ҙур күләмле “Заманса ҡала мөхите булдырыу”федераль проекты Раевка ауылында былтыр уҡ башланғайны.

Хәбәр итеүебеҙсә, йорт алдарын һәм йәмәғәт территорияларын этаплап төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән ҙур күләмле “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты Раевка ауылында былтыр уҡ башланғайны. Иң элек күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән дөйөм йыйылыштар үтте, унда улар программа шарттары менән танышты. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был йорттарҙа йәшәүселәрҙең күбеһе проектты бойомға ашырыу буйынса башланған эштәрҙе ваҡытлы һәм кәрәкле тип тапты һәм финанс яҡтан да, үҙҙәре лә ярҙамлашырға әҙер булыуҙарын белдерҙе. Һөҙөмтәлә программаға бер йәмәғәт һәм өс йорт алды территорияһы инде.
Ошо көндәрҙә йорт алды майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса алдан эшләнгән дизайн-проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Шуны әйтергә кәрәк, Тыныслыҡ урамы, 1 һәм 3 адрестары буйынса урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр беренселәрҙән булып был башланғысты хуплаған. Бындай мөмкинлектән файҙаланыуҙарына һис тә үкенмәйҙәр. Уларҙың йорт алдарын төҙөкләндереү эштәре тамамланған тиерлек.
-Минималь ремонт эштәре исемлегенә йорттар алдына ингән юлдарҙы ремонтлау, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, сүп һауыттары урынлаштырыу ингән. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 1 млн 220 мең һум тәшкил итте, шуның 5 процентын ошо йорттарҙа йәшәүселәр тапшырҙы. 32 фатирҙа йәшәгән һәр ғаилә 1907 һум аҡса бирҙе, - ти Раевка ауыл биләмәһе хакимиәте инспекторы М. М. Әхмәтшин.
-Тәүҙә йорттар алдындағы майҙансыҡтар тигеҙләнде, периметр буйынса бордюр ташы ҡуйылды, ваҡ таш түшәлде, уның өҫтөнә ике ҡат асфальт йәйелде.
Шулай уҡ автотранспорт өсөн өҫтәмә туҡталыш урыны ла булдырылды, был ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙе айырыуса шатландырҙы. Проект кураторы әйтеүенсә, электр бағанаһы ултыртыртаһы, яҡтылыҡ үткәрәһе, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ғына урынлаштыраһы ҡалған. Ремонт эштәре барышын йәмәғәт комиссияһы контролдә тота, уның составына район хакимиәте һәм Раевка ауыл биләмәһе ауыл Советы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йәмәғәт контроле вәкилдәре ингән. Шулай уҡ һәр майҙансыҡта видеокамералар ҡуйылған.
-Киләсәктә бында өмәләр ойоштороу күҙ аллана. Йорттарҙа йәшәүселәргә территорияны сүп-сарҙан таҙартырға, йәшелләндерергә һәм сүп үләндәрен сабырға кәрәк буласаҡ, - ти Миңлеғәлим Мөҙәрис улы.
-Ниһәйәт, йорт алды үҙгәрҙе. Әйтерһең дә, соҡор-саҡырҙар һәм күләүектәр булмаған да кеүек! Хәҙер яҡтылыҡ үткәреүҙе, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла 82 йәшлек Нина Михайловна Скрыгина. – Барыбыҙ ҙа аҡса йыйып йорт тирәләй профнастилдан ҡойма ҡуйһаҡ, бик яҡшы булыр ине.
Нина Михайловна – тәжрибәле сәскә үҫтереүсе. Бер нисә тапҡыр төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан. Район үҙәге юбилейын үткәргәндә “Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе” номинацияһында еңеүсе булған. Йорт алдындағы газонда петунья, ҡәнәфер, салма сәскә, гербер, алтын сәскә, бәрхет гөлдәре шау сәскәгә күмелеп ултыра. Тик бына рауза сәскәләренә йортта йәшәүселәр оҙаҡ һоҡлана алмаған, уны түтәлдән соҡоп алып киткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай күңелһеҙ хәлдәр ҙә күҙәтелә.
Район үҙәгендә программаны тормошҡа ашырыу эштәре дауам итә. Тиҙҙән Карл Маркс урамы, 1, 3, 5 адрестары буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттар алдары ла үҙгәрәсәк. Ошо көндәрҙә бындағы территорияларҙы тигеҙләү эштәре башланды.
-Иң мөһиме – ремонтты ваҡытында башҡарыу. Беҙ графикты күҙәтәбеҙ һәм эштәр сифатлы үтәлһен өсөн подрядсыларға тейешенсә ярҙам итәбеҙ, - ти М. М. Әхмәтшин. – Проекттың хаҡы 921, 53 мең һум тәшкил итә. Һәр фатирҙан, ә бында улар – 24, 1855-әр һум аҡса йыйылды. Эштәрҙе Бәләбәй ҡалаһынан “МегаСтрой” йәмғиәте подряд ойошмаһы алып бара.
-Ремонт эштәре башланыуға беҙ бик шатбыҙ. Йортҡа ингән юлға асфальт һалыныуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Тиҙҙән беҙҙең йорт алдында ла уңайлы һәм матур булыр, тип ышанабыҙ, - ти күп фатирлы йортта йәшәүсе Лүзиә Ғиниәтуллина.
Муниципалитетта билдәләүҙәренсә, программа халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Документтарын әҙерләргә һәм тапшырырға өлгөрмәгәндәр киләһе йылда был проектта ҡатнашыуға иҫәп тота ала. Программа 2022 йылға тиклем ҡаралған.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: