Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Март 2018, 13:14

Өмәгә дәррәү сыҡтылар

Ғәйнәямаҡта йәшәүселәр, быйыл ҡарҙың аҙ булыуынан файҙаланып, ауылды тәртипкә килтереү буйынса тәүге өмә ойошторҙо.

Ғәйнәямаҡта йәшәүселәр, быйыл ҡарҙың аҙ булыуынан файҙаланып, ауылды тәртипкә килтереү буйынса тәүге өмә ойошторҙо.

Был көндө ауылдаштарым бөтә тирә-яҡта һыуының шифалы булыуы менән дан тотҡан Әбелхәйер ҡойоһон таҙартты. Улар шулай уҡ зыяраттарҙың береһен, мәсет ихатаһын тәртипкә килтерҙе, бәхетһеҙлек осраҡтарын булдырмау маҡсатында юл буйындағы ҡарт ағастарҙы киҫеп ташланы.

- Алда төҙөкләндереү эштәре күп әле, ләкин тыуған ауылдары өсөн янып-көйгән, уның таҙалығына битараф булмаған ауылдаштарым менән бергә бөтә эштәрҙе лә атҡарып сығасаҡбыҙ, - ти ауыл биләмәһе башлығы Алик Усманов.

Фәнүр ХӘБИБУЛЛИН,

хеҙмәт ветераны.

Читайте нас: