Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Март 2021, 11:55

ГТО нормаларын тапшырайыҡ!

Фестиваль һөҙөмтәһе буйынса Раевка 2-се мәктәбе командаһы еңеүсе булды, улар Салауат ҡалаһында фестивалдең финал этабында ҡатнашасаҡ.

Районда уҡыусылар араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ҡышҡы республика фестиваленең муниципаль этабы үтте.

ГТО комплексы бер нисә йыл элек кенә яңынан тергеҙелә башлағайны, ә бөгөн ул спорт тормошона ныҡлы үтеп инде. Һуңғы йылдарҙа бик күп егеттәр һәм ҡыҙҙар алтын, көмөш, һәм бронза билдәләргә лайыҡ булды. Был осраҡлы ғына түгел. Буласаҡ сығарылыш уҡыусылары өсөн ГТО нормаларын тапшырыу икеләтә мөһим, ул физик әҙерлек кимәлен генә күрһәтеп ҡалмай, ә юғары уҡыу йортона инеү өсөн өҫтәмә балл да бирә.

Ярыштарҙа 60- тан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Һынауҙар өс йәш төркөмөндә: 9-10, 11-12 һәм 13-15 йәшлек малай һәм ҡыҙҙар араһында үткәрелде. Программала урындан оҙонлоҡҡа һикереү, бер минутта арҡаға ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, иҙәндә ятҡан килеш ҡулдарҙы бөгөү һәм турайтыу, эскәмйәлә баҫҡан килеш алға табан эйелеү кеүек күнекмәләр бар.

Көс һынашыу бик дәррәү, ҡыҙыу барҙы, балалар бер-береһен дәртләндереп торҙо. Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа был һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Фестиваль һөҙөмтәһе буйынса Раевка 2-се мәктәбе командаһы еңеүсе булды, улар Салауат ҡалаһында фестивалдең финал этабында ҡатнашасаҡ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: