Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2021, 19:05

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы

Спорт тәнде, рухты нығыта, ныҡышмал булырға өйрәтә, ихтыяр көсө тәрбиәләй

Сатлама һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, Әлшәй районы профсоюздары, хеҙмәт коллективтары һәм ауыл биләмәләренең Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҡышҡы спартакиадаһы быйыл да бик күңелле уҙҙы. Тап ошо көндә районда Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылын тантаналы асыу сараһы ла күркәм күренеш булды.

“Ыласын” физкультура-һауыҡтырыу комплексына бер-бер артлы автобустар килеп туҡтай. Быйыл ярыштарҙа 41 команда ҡатнашты. Барыһының да кәйефе күтәренке, улар ярыш сәме менән, ҡатнашырға ғына түгел, еңергә тип килгән.

Бына бөтә командалар ҙа йыйылып, тигеҙ сафҡа теҙелд. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов спортсыларҙы ихлас сәләмләп, уңыштар теләне.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе спортсылары әҙерләгән күрһәтмә сығыштар флешмобтан башланды. Дәртле көйҙәр, шул иҫәптән Владимир Высоцкийҙың “Иртәнге гимнастика” тигән билдәле йыры аҫтында төрлө спорт төрҙәре күрһәтелде. “Ағинәйҙәр” ҡорона йөрөүселәр скандинав йөрөшө элементтарын тәҡдим итте. Ә ошондай сатлама һыуыҡта Казанка ауыл биләмәһе башлығы Вил Йомағужиндың биҙрә менән һыу ҡойоноуы барыһына ла көс-дәрт өҫтәне.

Спартакиаданы асыу тантанаһынан һуң спорт байрамында ҡатнашыусылар ярыш майҙансыҡтарына таралышты. Етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар, мәргәндәр һәм спорттың һигеҙ төрөндә ярышып, саңғыла, тимераяҡта шыуҙы, шашка һәм өстәл теннисы уйнаны, гер күтәреүҙә көс һынашты, пневматик мылтыҡтан атты, ҡыҙыл һыҙаттан ҡапҡаға шайба ырғытты.

Һауа шарттарына ҡарап, саңғы һәм тимераяҡта уҙышыуҙар төшкө ваҡытҡа күсерелде, ә башҡа ярыштар спорт программаһына ярашлы уҙҙы. Ғәҙәттәгесә, шашка уйнаусылар эргәһенә көйәрмәндәр күп йыйылды. Был интеллектуаль уйында шәхси иҫәптә Наилә Сабирова (Ғәйнәямаҡ ауыл Советы) һәм Илгиз Латиповҡа (“Раевсахар” йәмғиәте) уңыш йылмайҙы. Шәкәр ҡайнатыусыларҙың йыйылма командаһы дөйөм иҫәптә лайыҡлы рәүештә лидер булды.

Өҫтәл теннисы буйынса шәхси иҫәптә Гөлнара Салауатова (лицей һәм 4-се мәктәп командаһы) һәм Роман Божко (Әлшәй районы буйынса эске эштәр бүлеге) еңеүсе булды. Лицей һәм 4-се мәктәптең йыйылма командаһы спортсыларына тиңдәр булманы.

Пневматик мылтыҡтан атыуҙа Татьяна Акимова (лицей һәм 4-се мәктәп командаһы) һәм Рәүеф Ниғмәтуллин (ветерандар командаһы) иң күп мәрәй йыйып, иң мәргәндәре тип табылды. Был спорт төрөндә лә лицей һәм 4-се мәктәптең йыйылма командаһына беренсе урын бирелде.

Гер күтәреүҙә Илнур Исхаҡов (Ыҫлаҡ ауыл Советы), Павел Матвеев (Аксен агросәнәғәт колледжы), Иван Солдатов (“Хәрби туғанлыҡ”) үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеү яуланы. Аксен агросәнәғәт колледжы командаһы чемпион исеменә лайыҡ булды.

Армспорт буйынса Екатерина Жуковская (башҡорт лицейы һәм 4-се мәктәп командаһы), Айрат Садиҡов (Раевка элеваторы) һәм Руслан Осяткин (“Строй Ресурс” йәмғиәте) еңеүсе булды. Ә дөйөм иҫәп буйынса Аксен колледжы командаһына тиңдәр булманы.

Төшкә табан боҙ майҙансығына тимераяҡта шыуыусылар сыҡты. Шәхси иҫәптә Ринат Ғөбәйҙуллин (Торонтайыш ауыл Советы) һәм Екатерина Жуковская (лицей һәм 4-се мәктәп командаһы) беренсе урын яуланы. Командалар араһында торонтайыштар еңеүсе тип танылды.

Шул уҡ ваҡытта саңғы трассаһында эстафета ярыштары уҙҙы. Финишҡа тәүгеләрҙән булып Ыҫлаҡ ауыл Советы спортсылары килде, агросәнәғәт колледжы саңғысылары икенсе булды, гимназия командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

“Ҡыҙыл һыҙат”тан ҡапҡаға шайба ырғытыу һуңғы һынау булды. Бында Данис Шәүәлиевҡа (“Хәрби туғанлыҡ”) һәм Әбдрәшит ауыл биләмәһенән Зилә Асфинаға тиңдәр булманы.

Көрәш бик көсөргәнешле барҙы. Барлыҡ спорт төрҙәре буйынса балдарҙы иҫәпләгәндән һуң, судьялар коллегияһы дөйөм команда иҫәбендә призерҙарҙы иғлан итте. “Бронза” - Аксен агросәнәғәт колледжына, “көмөш” – “Раевсахар” йәмғиәтенә, ә “алтын” лайыҡлы рәүештә башҡорт лицейы һәм 4-се мәктәптең йыйылма командаһына бирелде.

Ярыштар артта ҡалды. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, спартакиадала ҡатнашыусылар спорт байрамынан бик ҡәнәғәт ҡалды, көс-дәрт туплап, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты улар.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Читайте нас: