Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль 2021, 16:10

Ҡар тауынан саңғы менән, эй еләмен түбән табан!

Ярыштар бер нисә йәш категорияһында үтте. Тәүҙә кескәйҙәр стартҡа баҫты, һәр кем ярыш сәме менән янды, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә тырышты.

“Рәсәй саңғы юлы” бөтә Рәсәй саңғы ярыштарында әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, ярыштар Ринат Зарипов икмәкханаһы янындағы саңғы трассаһында уҙҙы. Бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, студенттар, учреждение һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары активистары, ветерандар ҡатнашты. Иң йәш саңғысыға өс йәш кенә булһа, иң өлкәне етмеш йәштән уҙғайны!

Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов, Раевка ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Артур Шәрипов сәләмләне.

Ярыштар бер нисә йәш категорияһында үтте. Тәүҙә кескәйҙәр стартҡа баҫты, артабан башҡалар уҙышты. Һәр кем ярыш сәме менән янды, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә тырышты.

- Мин ҙур теләк менән ярышта ҡатнашырға һәм район ветерандар командаһы составында сығыш яһарға ризалаштым, - ти Воздвиженка ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлимйән Ғайсин. - Ярышта ейәнсәрем Аделина ла ҡатнашты.

Ғәлимйән Муллайән улы бында миҙал алыу өсөн түгел, ә бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тип, үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн килгән. Был көндө ул үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яулай. Әйткәндәй, ветеран көн һайын күнекмәләр үткәрә, биш километр араны саңғыла йөрөп уҙа.

Шәхси беренселектә Миләүшә Ҡоҙаярова (ветерандар араһында) һәм Резеда Хисмәтуллина (Ыҫлаҡ ауыл Советы) яҡшы һөҙөмтәләргә иреште һәм пьедесталдың тәүге баҫҡысына күтәрелде. Ирҙәр араһында Илнур Ғәлиев (Раевка ауылы гимназияһы) ал бирмәне. Урта мәктәп уҡыусылары араһында Ыҫлаҡтан Ранис Мөхтәров һәм Алһыу Ғәниеваға етеүселәр булманы. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Денис Ибраһимов (Ниғмәтулла ауылы) һәм Нурсилә Мөхәмәтшина (Мәндән ауылы) еңеүсе булды.

Ойошмалар һәм ауыл биләмәләре араһында команда беренселегендә гимназия уҡытыусылары алтын миҙалға лайыҡ булды, уҡыусылар араһында уңыш ниғмәтуллалар һәм ыҫлаҡтарға йылмайҙы. Еңеүселәргә һәм призерҙарға кубоктар, миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Читайте нас: