Өс саҡрым араны ул бөтәһенән дә тиҙерәк, 13 минутта уҙҙы. Был, әйтергә кәрәк, күп һанлы күнекмәләр һөҙөмтәһе, уларҙы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, тәжрибәле саңғысы Ранус Рәүеф улы Мөхтәров үткәрә.
Ярышта Алһыуҙы бөтә ғаиләһе, класташтары дәртләндереп торҙо. Барыһынан да нығыраҡ яратҡан апаһы өсөн кескәй Айгөл борсолдо. Ул да, апаһынан өлгө алып, саңғыла йөрөргө өйрәнә. Был спорт төрөнә һөйөүҙе ҡыҙҙарында атайҙары уятҡан. Фермер Айрат Ғәниев мәктәп уҡыусылары шөғөлләнгән саңғы трассаһын төҙөүгә лә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Шулай уҡ саңғы ярыштары буйынса район беренселегендә лә ул бағыусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһай.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.